Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Тормоштан ҡәнәғәт булыу- үҙе бәхет

Күктән торна моңо ағылғанда, ҡарағайлыҡта кәкүк саҡырғанда, Һуҡайлының ярҙарына һыймай сикһеҙ киңлек эҙләп көслө тулҡындары менән юлында осраған барса ҡаршылыҡтарҙы емерергә маташып ҡоторғанында, ап-аҡ ҡарҙар күҙ асып йомғансы урамды йырып сыҡҡыһыҙ көрткә тултырғанда ла юл төшкәне бар был тарафҡа.  Бай тарихы, танылған шәхестәре, ялан-ҡырҙарында туҡ башаҡтар үҫтергән эшһөйәр халҡы менән дә көслө  Дәүләтҡол ауылы.

Ошо ауылдың матур пары - Миңлебикә һәм Ғәйнулла Рахманғоловтар тураһында мәҡәләбеҙ. Арттырып әйтмәйем- уларҙың йортон адрес буйынса түгел, “ самолетлы”, “танклы йорт”, “егелгән арбалы йорт” тип өйрәтәләр. Был сағыштырыуҙар барып күргәнсе ҡыҙыҡ тойолһа ла, үҙ күҙҙәрем менән күргәс, ысынбарлыҡҡа тап килеүен аңланым.

Йорт хужаһы Ғәйнулла ағай ошо ауылдыҡы. Мөршиҙә һәм Зәйнулла Рахманғоловтарҙың 10  балалы  ғаиләһендә туғыҙынсыһы  ғына. Кинйәләр иркә, эш тәртибен белмәй тиһәләр ҙә, был һүҙҙәр Ғәйнулла ағайға бөтөнләй тура килмәй. Бер нисә бүлексәнән торған, күп сәсеүлек майҙаны булған, малсылыҡта маҡтауға лайыҡ “Ашҡаҙар” совхозының бай осоронда тәжрибәле механизаторҙарға баҫыу эштәрендә ярҙамлашып үтә үҫмер осоро. Шул саҡта уҡ буласаҡ һөнәренең техника менән бәйле буласағын күҙаллай ул һәм  теләген тормошҡа ашырыу маҡсаты Мәләүез ҡалаһына тракторсылар курсына килтерә. Йәше еткәс армияға алына. Һамар ҡалаһында элемтә полкында яңы һөнәр үҙләштерә, дуҫтар таба, әйткәндәй, элекке Советтар Союзының күп республикаларында йәшәгән һалдат дуҫтары менән әле лә бәйләнеш һаҡлана.

Салауат ҡалаһында эшләгәндә Ғафури районы Сәйетбаба ауылы уңғаны Миңлебикә Ғабит ҡыҙын осратып, ғаилә ҡоралар. Иркенлектә үҫкәндәргә ҡала мөхите оҡшамай, шунлыҡтан ғаилә артабанғы яҙмышын Дәүләтҡол менән бәйләй.

Рәзилә, Рәмил, Юлай исемле балалары атай-әсәй хәстәре һәм һөйөүенә ҡойоноп үҫә.

Ғәйнулла ағай - ҡул эше оҫтаһы. Бүтәндәр кәрәге юҡ тип, сүплеккә ташлаған тимер, ағас, башҡа төр материалдан матурлыҡ тыуҙыра.  Ауылға инер урындағы тауҙағы һәйкәлдәр ҡаһарман яҡташтарына мәңгелек дан, тарихҡа ихтирам, быуындар араһындағы бәйләнеште нығытыу йәһәтенән дә ҙур әһәмиәткә  эйә.

Бөгөн дә улар ауылда үткән саралар уртаһында ҡайнап йәшәй. Миңлебикә апай - ауыл клубындағы мәҙәни сараларҙың әүҙем ағзаһы, бәйләргә, сәскә-гөл үҫтерергә ярата. Ғәйнулла ағай район кимәлендә ойошторолған конкурстарҙан да ситтә ҡалмай - гармунсы ла, йырсы ла ул.

Рахманғоловтар - тыуған ерҙәренә ереккән нәҫел. Был донъяла иң ҡәҙерле нәмә – аунап үҫкән ер, ҡарағай урманлы яландар һәм, әлбиттә, туғандан ҡәҙерле ауылдаштар икәнен яҡшы белә. Ҡайтыр саҡта тел осомда торған “Нимә ул бәхет?”тигән һорауымды бирмәй булдыра алманым.

 - Бәхетте үлсәй торған бизмән юҡ,- тине хужабикә. - Бәхет - бер тамсы һыу кеүек тә, диңгеҙ шикелле лә,- тине ғаилә башлығы. Ысынлап та, һәр кем уны үҙенсә  яһарға, булдырырға һәм тормоштан ҡәнәғәт булырға тейештер. Бәхет асылы ошондалыр.

Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА.

Тормоштан ҡәнәғәт булыу- үҙе бәхет
Тормоштан ҡәнәғәт булыу- үҙе бәхет
Автор:Рафиля Сибагатуллина
Читайте нас: