РФ Хөкүмәте ауыл хужалығы тармағын үҫтереү, уны һаҡлау, тергеҙеү маҡсатында төрлө юлдар эҙләй. Шуларҙың береһе - төрлө программалар булдырыу, фермер хужалығы, эшҡыуарлыҡҡа дәүләт ярҙамы күрһәтеү. Шулай уҡ был төргә күсеп китәсәк төбәктең климаты, социаль-иҡтисади шарттары ла роль уйнай. Мигранттарҙың маҡсаты - яңы урында яҡшыраҡ тормош һәм эш табыу.
Бөгөн майҙаны, ресурстары буйынса иң бай һаналған Рәсәйҙә был мәсьәлә көнүҙәк. Беҙ миграция кимәле буйынса алдынғылар исемлеген биләйбеҙ.
Башҡорттарым, ниңә ситкә китәһегеҙ?
Республика халҡы күпләп ситкә ағыла. Юҡ, ҡунаҡҡа, ял итергә түгел. Эшкә. Вахтаға. Урындарҙа уларҙы биләүҙәге сабыйҙарын ҡосҡан кәләштәре, балалары, ата-әсәһе оҙатып ҡала. Үҙәк өҙгөс күренеш, ҙур сумкалар күтәргән йәш егеттәр, оло йәштәге ағайҙар поезд тәҙрәһенән тыуған яғына моңһоу ҡараш ташлап, аҡса табырға юллана.
Статистика мәғлүмәтенә ярашлы, 150 меңгә яҡын милләтәшебеҙ сит тарафта эш эҙләп тапҡан һәм шунда ҡалған.
Уҙған йылдың алты айында республика биләмәһенә 30 мең кеше килгән, ә 31-32 меңе ситкә киткән. Был рәсми күрһәткес, ә ысынбарлыҡта һандар күпкә юғары.
20 мең студент республика уҡыу йорттарын түгел, сит төбәкте һайлаған, сөнки унда бөтәһе лә асыҡ, һинең ысын белемең баһалана. Уларҙың 80 процентынан артығы белем алған субъектта ҡаласаҡ. Бына нимә беҙҙе хәүефләнергә мәжбүр итергә тейеш бөгөн беҙҙе.
Халыҡтың күп аҡса түләгән төбәккә китеүе элек тә күҙәтелгән. Көнсығыш Себерҙә нефть ятҡылыҡтарын тапҡас, күптәр (уларҙың 80 проценты ауыл халҡы) шул тарафҡа күсә. Бөгөн дә юғары эш хаҡы ымһындыра, вахта буйынса эшләгәндәрҙең күпселеге - ауыл ир-егеттәре. Ни өсөн? Статистикаға нигеҙләнәйек:
Ауыр хеҙмәт шарты, түбән эш хаҡы - күптәрҙе сит тарафҡа юлланырға мәжбүр итә. Ситтә аҡса түләнә, әммә унда ла кәнфит әҙерләп ҡуймағандар. Төрлө травма, климат алмаштырыу сәбәпле ауырыуҙарға дусар, шунда уҡ вафат булғандарҙың теркәлеүен дә йәшереү кәрәкмәйҙер.
Республикала был хәлде үҙгәреп буламы?
Эйе, юғары етештереүгә эйә предприятие асылһа, 70-75 мең кешене эш урындары менән тәьмин итеү мөмкинлеге бар, ти белгестәр. Бындай предприятие төҙөү өсөн сығымдарҙы иҫәпкә алып, бер эш урыны булдырыуға 5 миллион һумдан 20 миллион һум талап ителә. Уртаса 10 миллион һум алайыҡ. 70 мең эш урынын 10 миллион һумға ҡабатлаһаҡ, 700 миллиард һум инвестиция кәрәк була. Шуның 300 миллиардын инфраструктураға йүнәлтеү мөһим. Тимәк, 70 яңы эш урыны булдырыу өсөн 1 триллион һум инвестиция талап ителә.
Үҙенең бер сығышында Рөстәм Хәмитов: ”Бындай күләмдә инвестиция йәлеп итеү әлегә мөмкин түгел. Яңы эш урындары булдырыу билдәһеҙ ваҡытҡа һуҙыласаҡ. Әммә беҙгә көтөргә ярамай. Бөгөн үк был юҫыҡта эш башларға кәрәк”,- тине.
Мәҡәләнең аҙағын гәзиттең 82-се һанында уҡығыҙ.