Етәкселәр өлгө күрһәтә!
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Февраль 2019, 18:24

Конкурс “Көнгәк һылыуҡайы-2019”!

Ҡыштың һуңғы айы булһа ла, көн оҙонайыуы, ҡыйыҡтан тамсылар тамыуы һәр кемдең күңелен йылыта. Тиҙҙән март етә тигән уйҙар, наҙ һәм сағыу ҡояш нурҙары йөрәктәрҙе елкендерә! Ысынлап та, яҙ миҙгеле кешеләрҙең күңелендә айырыуса хистәр уята, хыялдарға сумдыра һәм ҡанатландыра. Ә мин яҙҙы һәр саҡ гүзәл ҡатын-ҡыҙға тиңләйем, сөнки ул донъялағы иң матур һәм илаһи зат, йөҙҙәренән һәр саҡ нур бөркөлә, шулай уҡ улар тормошҡа йәм өҫтәүсе лә.

Тап ошо байрамға ҡарата гәзиткә яҙылыусы 15 йәштән 25 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында гәзитебеҙ сайтында “Көнгәк һылыуҡайы” конкурсын иғлан итергә булдыҡ. Үҙегеҙ тураһында белешмә менән фотоларығыҙҙы көтөп ҡалабыҙ. Интернет гүзәллек конкурсында иң күп тауыш йыйған ҡыҙ еңеүсе тип табыласаҡ. Еңеүсене “Көнгәк” гәзитенән бүләк көтә, ә ниндәй икәне әлегә сер булып ҡалһын!
Тәүге гүзәлебеҙ - Шәрип ауылынан Фидалиә Кәшәфетдинова. Салауат ҡалаһында медицина колледжында белем алған 19 йәшлек һылыуҙың буш ваҡыты ҡалмай ҙа тиерлек: баш-көллө белем даръяһына сумған. Уҡыу йортоноң волейбол, стритбол буйынса спорт ярыштарында ҡатнашырға ла өлгөрә. Киләсәктә маҡсаты - һөнәре буйынса диплом алғас, районыбыҙға йәш белгес булып ҡайтыу, матур ғаилә ҡороу.
Фото ғаилә архивынан.

Читайте нас в