Конгэк
+19 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Июнь 2019, 17:30

Ҡош киҙеүенән һаҡланайыҡ

Инфекцияны таратыусы - А төрөндәге вирус. Ул кешегә йорт һәм ҡырағай ҡоштарҙан йоға. Ауырыуҙың халыҡты тап ҡош-ҡорт һатып алған осорҙа хәүефкә һалыуына өйрәнеп тә бөттөк, шикелле. Шәхси ихаталағы ҡаҙ, тауыҡ, күркә һәм башҡа ҡош-ҡорттан тыш уны таратыусылар төркөмөнә күгәрсен, турғай, аҡсарлаҡ, өйрәк, йәғни осоусы ҡоштар, шулай уҡ йорт хайуандары - ат, сусҡа, сысҡан, эт-бесәй, хатта кеше лә инә.

Инфекцияны таратыусы - А төрөндәге вирус. Ул кешегә йорт һәм ҡырағай ҡоштарҙан йоға. Ауырыуҙың халыҡты тап ҡош-ҡорт һатып алған осорҙа хәүефкә һалыуына өйрәнеп тә бөттөк, шикелле.
Шәхси ихаталағы ҡаҙ, тауыҡ, күркә һәм башҡа ҡош-ҡорттан тыш уны таратыусылар төркөмөнә күгәрсен, турғай, аҡсарлаҡ, өйрәк, йәғни осоусы ҡоштар, шулай уҡ йорт хайуандары - ат, сусҡа, сысҡан, эт-бесәй, хатта кеше лә инә.
Киҙеү билдәләре ниндәй?
Вирус - ҡырағай ҡоштарҙың аш эшкәртеү, тын алыу органдарын зарарлап, күпләп үлтереүсе киҫкен йоғошло ауырыу. Йорт ҡоштарында тәбиғи булмаған ҡылыҡ күҙәтелә: хәрәкәттәре үҙгәрә (башын борғолай, муйыны ҡыйшая), ҡыуыу-саҡырыуҙы белмәй, йомортҡа һалыу ҡырҡа кәмей, ашамай, хәлһеҙләнә, эсе китә, ауыр итеп тын ала, тартыша, йүткерә, сөскөрә, танау тишектәренән ҡан килә, йөндәре тырпая.
Ҡошсолоҡ продукттарын файҙаланыр алдынан мотлаҡ ныҡлап бешерегеҙ. Ентекләп йыуылған ҡош итен кәмендә 30-40 минут бешерергә, омлет, йомортҡаны ныҡлап ҡыҙҙырырға кәрәк.
Ҡош-ҡортта йоғошло ауырыу билдәләре күренһә йәки быға шик тыуһа, ҡоштар күпләп үлһә, ҡош-ҡорт һәм ҡошсолоҡ продукцияһы, ем менән санкцияланмаған сауҙа итеү осраҡтары булһа, район-ҡала ветеринария хеҙмәте белгестәренә хәбәр итеүегеҙҙе һорайбыҙ.
Рәсәй Ветеринария министрлығы департаменты мәғлүмәтен ҡулланып, Рәфилә СИБӘҒӘТУЛЛИНА әҙерләне.
Читайте нас: