Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Сентябрь 2019, 16:19

Республика етәксеһенең Мәләүездә эш сәфәре

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров Мәләүез ҡалаһына эш сәфәре барышында социаль, инфраструктура объекттары төҙөлөшө, сәнәғәт предприятиелары менән танышты.

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров Мәләүез ҡалаһына эш сәфәре барышында социаль, инфраструктура объекттары төҙөлөшө, сәнәғәт предприятиелары менән танышты.
Ҡалала подъездарҙы ремонтлау уңышлы барыуы билдәләнде. 32-се биҫтәлә әле ике подъезд ремонтланған, халыҡ үҙгәрештәрҙән ҡәнәғәт. Ә бына “Толпар” ат спорты комплексы ремонтты түҙемһеҙләнеп көтә. Был комплекс - республикала физик мөмкинлектәре сикләнгән балалар менән эшләгән берҙән-бер үҙәк. Әле объект төҙөкләндереүгә, яңыртыуға мохтаж. Ҡыйыҡты, инженер селтәрҙәрен алмаштырыу, халыҡ-ара талаптарға яуап биргән манеж төҙөү күҙаллана. Радий Хәбиров сентябрь башында ат спорты буйынса кәңәшмә уҙғарырға һәм проблеманы уртаға һалып тикшерергә тәҡдим итте.
Республика етәксеһе Мәләүез һөт консерва комбинатында булды. Бында балалар өсөн ҡоро ҡатнашмалар сығарыу ҡарала, ул -өҫтөнлөклө инвестиция проекты. Уны ғәмәлгә ашырыу ҡалала өҫтәмә рәүештә 80 эш урыны асыуға булышлыҡ итәсәк. Радий Хәбиров күркә итен етештереү предприятиеһының эшмәкәрлеге тергеҙеләсәге хаҡында ла белдерҙе.