Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Июль 2021, 17:00

Аҙналыҡ йондоҙнамә

Йондоҙҙар кәңәшенә ҡолаҡ һал

Аҙналыҡ йондоҙнамә
Аҙналыҡ йондоҙнамә
Аҙналыҡ йондоҙнамә
Аҙналыҡ йондоҙнамә

Ҡуҙы

Килешеүҙәр төҙөү өсөн ҡулай мәл. Башыңа ҡатмарлы мәсьәләләрҙе йырырлыҡ план килер.

Буға

Тойғоларың ҡайһы ваҡыт һиңә буйһонмаҫ. Уйланмаған аҙым  яһауың именлегең өсөн хәүефле булмағайы.   

Игеҙәктәр

Камиллашыу, мөнәсәбәт асыҡлау өсөн аҙна бик үк тура килмәй. Финанс, бизнесты үҫтереү – төп тема.         

Ҡыҫала

Аҙна уртаҡ фекер таба алмауға бәйле көсөргәнешле үтер. Аралашыу һыуыныр, яңғыҙ ҡалыу теләге көсәйер.

Арыҫлан

Матди өлкәлә яңы башланғыс өсөн шәп ваҡыт. Ошо арала килем иҫәпләргә, киләсәккә пландар төҙөү мөһим.

Ҡыҙ

Кәйефең шәп. Йорт эштәре етеҙ эшләнер. Туғандар, дуҫтарыңды йыйып алыу тормошоңа йәм өҫтәр.  Ғаиләлә йылылыҡ урынлашыр.

Үлсәү

Был көндәрҙә сығымдар менән һаҡлыҡ мотлаҡ,  аҙна уртаһында юғалтыу хәүефе айырыуса ҙур. Йөкләмә, бурыс артыр.

Саян

Көсөргәнешле осор. Документҡа бәйле килешеү төҙөүҙән һаҡланыу мөһим. Уйланмаған ҡылыҡҡа этәргән элекке ниәтеңдән арынырға тырыш.

Уҡсы

Күберәк көс һалыуҙы талап иткән бурыс йөк­мәтеүҙәре ихтимал. Яҡындарың ярҙамына өмөтләнә алаһың.

Ылаҡ

Шәхси мөнәсәбәт тотороҡло, тирә-яҡтағы кешеләргә ышаныс арта. Матди мөмкинлекте йыһаз алыуға йүнәлтеү отошло булыр.

Һыуғояр

Осорҙа көс, теләк, ынтылыш килеүен тойорһоң. Күптән хыялланған яңы эш  башлау йәки аралашыу өсөн ҡулай мәл.

Балыҡ

Күмәк кеше ҡатнашлығында ҡатмарлы планды ғәмәлгә ашырмай тороу хәйерле. Яҙмышты  хәйлә, мутлыҡ менән һынау ваҡытһыҙ.

Автор:Мархаба Гайнетдинова
Читайте нас: