Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
22 Июль 2021, 11:05

Һине һағыныуым...

һине һағыныуым ошо йәйҙеңйылы төҫтәренә оҡшаған:сәскә тулып ятҡан сәхрәләрҙәярһыу хисем - ҡыҙыу арғымаҡтываҡыт "тын ал!" тиеп тышаған.

Һине һағыныуым...
Һине һағыныуым...
һине һағыныуым ошо йәйҙең
йылы төҫтәренә оҡшаған:
сәскә тулып ятҡан сәхрәләрҙә
ярһыу хисем - ҡыҙыу арғымаҡты
ваҡыт "тын ал!" тиеп тышаған.

һинең хаҡта уйым томан булып
уралған да тауҙар өҫтөнә,
ҡосағыңа һыйынғаным гүйә
таң алдынан күргән төш кенә.

һине көтөүҙәрем - күк көмбәҙен
төн килгәс тә биҙәр йондоҙҙар.
аптырама, ҡайҙан ул сама хис,
ул сама наҙ, тиеп, был ҡыҙҙа.

һиңә тигән тойғоларҙы бәпләп
сәскә итеп йыям болондан.
"Яратамдыр" - ошо танһыҡ һүҙем
Аҡ күбәләк - осто ҡулымдан.

ҡыуып етеп, иңдәреңә ҡунһа,
булыр оҙон юлың хәйерле.
ишетә күр:
әйтер бер ике һүҙ:
"һин бит миңә шундай ҡәҙерле..."
 
А.Ғәбитова
Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: