Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
26 Июль 2021, 12:50

Һатыусы – талант эйәһе

Ҡаланың “Лилиә” магазинында һатыусы Әлфиә Зәйнәғәбдинова үҙ эшен яратып башҡара.

Һатыусы – талант эйәһе
Һатыусы – талант эйәһе
Һатыусы – талант эйәһе
Һатыусы – талант эйәһе

Ҡаланың “Лилиә” магазинында һатыусы Әлфиә Зәйнәғәбдинова үҙ эшен яратып башҡара.

Сауҙа өлкәһендә эшләгәндәр генә аңлайҙыр был хеҙмәттең бар ҡатмарлығын. Иртә таңдан тауар ҡабул итеү, һатып алыусыны хеҙмәтләндереү - ул эштең беҙ белгән генә яғы. Калькуляторы ҡулында булһа ла, һатыусыға бит зиһен, етеҙлек, сабырлыҡ кәрәк. Яңылыш һанап, “өҫтөңә сығыуы”ла ихтимал. Кешеләр менән аралаша белергә лә тейешһең. Әлфиә Ғәҙелбасыр ҡыҙы һәр һатып алыусыны яҡты йөҙө, татлы һүҙе менән ҡаршылай. “Клиенттарыбыҙҙы танып, уларҙың ниндәй продукцияға өҫтөнлөк биргәнен белеп бөткәнбеҙ. Күңел йылыңды, тәмле һүҙеңде ҡыҙғанмаһаң ғына сауҙа бара, - ти ул. Һәр нәмәгә тыумыштан килгән һәләт кәрәк шул.

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: