Конгэк
+29 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Июль 2021, 09:36

Яратҡан һөнәре илһам өҫтәй

Уҡытыусы – изге һөнәр. Талантлы белгес үҙ белемен башҡаларға бирә, ауырлыҡтарҙы еңергә өйрәтә, бала күңелен аңлай белә. Ул мәктәптә генә түгел,  урамда, өйҙә лә, бар ерҙә лә уҡытыусы. Балаларға мәктәптә белем биреп кенә ҡалмай, бынан тыш та тәрбиә, әҙәп, тормош ҡанундарын аңлатыусы ул. Бөгөнгө геройым - рухлы, шәп башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының береһе... Ул яҡшы уҡытыусы ғына түгел, ә яғымлы әсәй ҙә, оҫта хужабикә лә.  Һүҙем Гөлнара Кәримова тураһында.

Яратҡан һөнәре илһам өҫтәй
Яратҡан һөнәре илһам өҫтәй

Уҡытыусы – изге һөнәр. Талантлы белгес үҙ белемен башҡаларға бирә, ауырлыҡтарҙы еңергә өйрәтә, бала күңелен аңлай белә. Ул мәктәптә генә түгел,  урамда, өйҙә лә, бар ерҙә лә уҡытыусы. Балаларға мәктәптә белем биреп кенә ҡалмай, бынан тыш та тәрбиә, әҙәп, тормош ҡанундарын аңлатыусы ул. Бөгөнгө геройым - рухлы, шәп башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының береһе... Ул яҡшы уҡытыусы ғына түгел, ә яғымлы әсәй ҙә, оҫта хужабикә лә.  Һүҙем Гөлнара Кәримова тураһында.

Гөлнара Әнүр ҡыҙы Мәләүез  районының Яңауыл ауылында тыуып үҫә. Мәктәптән һуң Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында уҡып, уны уңышлы тамамлай, һәм хеҙмәт юлын Өфөлә Рәми Ғарипов исемендәге гимназияла башлай. Тик тыуған яғын һағыныу көсө үҙенекен итә –  ғаиләһе менән Мәләүезгә ҡайтып төпләнә. Аҙаҡ БДУ-ның Сибай филиалында уҡып, «Башланғыс кластар уҡы­­тыусыһы” дипломын ала. «Бәләкәстәр менән эшләүе -  минең өсөн үҙе бер асыш, отпуск ваҡытында уларҙы һағынып көн дә иҫкә алам“, – тип фекере ме­нән бүлеште.

Бөгөн Гөлнара апай Восточный мәктәбендә балаларға белем бирә, район, республика кимәлендә уҙғарыл­ған төрлө конкурстарҙа, сараларҙа ҡатнашып, уның уҡыусылары һәр ваҡыт  призлы урындар  яулай. “Мәк­тәбебеҙҙе  тәжрибәле, шул уҡ ваҡытта һәр кемгә иғтибарлы, ихтирамлы Радик Миңлеғәлим улы етәкләй. Эргәмдә - тырыш, үҙ эшен һәйбәт белгән хеҙмәттәштәрем. Класыма инһәм, өмөт­лө күҙҙәре менән балалар ҡаршылай”, - тип илһамланып, ҡыуанып һөйләй Гөлнара апай үҙенең эше һәм коллегалары тураһында.

Ә өйҙә инде ул хәстәрлек­ле әсәй, уңған хужабикә. Ярты һүҙҙән аңлап торған тормош ип­тәше Рәис ағай менән бер-­береһен ихтирам итеп, тырышып донъя көтәләр, балалар тәрбиә­ләйҙәр. Икеһенең дә күңеленә ятҡан эше бар.

Оло улдары ҡулына диплом алып, һөнәре буйынса Йомағужа гидроэлектрстанцияһында ата­һы менән бергә тырышып эшләп йөрөй, Ислам быйыл 11-се класты тамамлай, ә бәләкәстәре Данияр етенсе класҡа бара.

Тормош булғас, төрлө хәлдәр була. Гөлнара апайға ла был донъяла әсеһен дә, сөсөһөн дә та­тырға тура килгән. “Ҡыҙғаныс­ҡа ҡаршы, атай-әсәйем инде арабыҙҙа юҡ.  Әсәйебеҙ ете йыл коляскала ултырҙы, ҡартайып ба­лалар ҡулына ҡалғас, һәр беребеҙҙә ваҡытлыса йәшәп китә ине. Урыны һәр са­ҡ түрҙә булды, барыбыҙ ҙа уның күңелен ҡулдан килгәнсә күрергә тырыш­тыҡ. Беҙгә, балаларына, рәхмәт­тәр әйтеп, фатихалар яҙған дәф­тәрен иң ҡәҙерле ҡомартҡы итеп һаҡлайбыҙ. Әсәйебеҙҙе сабый бала урынына оҙаҡ йылдар ҡара­ған апайыбыҙ Әлфиәнең ге­­нә яҡты донъянан китеп барыуы һаман да йөрәкте һыҡрата,” - ти әсенеп  Гөлнара Әнүр ҡыҙы.

“Һуңғы бер нисә йыл ураҙаға инәм, уны ҙур байрамдай көтөп алам, быйыл ун беренсе класта  уҡыған улым Ислам да ураҙа тотто. Ваҡытым барҙа Ҡөрьән китабын, әсәйемдән ҡалған аят­­тарҙы алып, күңелемә ты­ныслыҡ табам. Гәзит-журнал уҡырға яратам, һәр мәҡәләнән борсо­ған һорау­ҙарға яуап табам. Рәис менән “Башҡортотстан ҡыҙы”, “Сөйөмбикә” журналын, “Киске Өфө”, ”Көнгәк” гәзитен көтөп ала­быҙ. Ғаиләмә төрлө тәмле­кәстәрҙе - ваҡ бәлеш, башҡа төр бәлештәр, ҡоймаҡты - ҙур теләк менән бешерәм. Киләсәккә ҙур пландар ҡормайым, тормошҡа ашмаҫтай маҡсаттар ҡуйма­йым. Барыһы ла Хоҙай ҡулында, - тип фекерен дауам итте Гөлнара апай. - Минең өсөн иң мөһиме – балаларымдың һау­лығы. Иртә таңдан Хоҙайҙан улдарыма, яҡындары­ма оҙон ғүмер, сәләмәтлек, тор­мош юлдарында миһырбан­лы, мәрхәмәтле, иманлы булыу­ҙарын һорайым. Аллаға мең шөкөр, ашайым тиһәң, өҫтәлебеҙ тулы ризыҡ, йәшәргә өйөбөҙ,  кейергә кейемебеҙ бар. Бөгөнгө матур  етеш тормошҡа ҡыуанып, булғанына шө­көр ҡылып, яҡындарым менән йәшәйем. Илебеҙ Башҡортостан тағы ла үҫһен, уңыштарға ирешһен, донъяла тыныслыҡ булһын.”

Киләсәккә бына шундай яҡты өмөттәр, пландар менән янып йәшәй Гөлнара Әнүр ҡыҙы. Һөйләшкән, аралашҡан арала ла унан ниндәйҙер бер сихри көс, йылылыҡ, сафлыҡ бөркөлә, ихласлығы, ябайлығы менән үҙенә тарта. “Афарин, Гөлнара апай!” - тип әйтергә генә ҡала. Бар теләктәрен, уйҙарың изге, киләсәккә ҡорған пландарың тормошҡа ашһын! Хоҙай тарафынан бирелгән һәләтең тағы ла юғарыраҡҡа сөйөп, уҡыусыларыңдың уңышына һөйөнөп, яҡындарың, балала­рың менән бергә оҙаҡ йылдар йәшәргә, милләтеңә, илеңә хеҙмәт итергә насип булһын!

Миләүшә ХӨСӘЙЕНОВА.

Фото архивтан.

Яратҡан һөнәре илһам өҫтәй
Яратҡан һөнәре илһам өҫтәй
Автор:Мархаба Гайнетдинова
Читайте нас: