Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
29 Июль 2021, 16:09

Һыу юлы һуңғы юл булмаһын

Эскән кешенең хәүеф тойғоһо юғала, рефлекстары кәмей. Көтөлмәгән хәлдә ҡапыл ғына дөрөҫ ҡарар ҡабул итә алмай. Һыу буйына спиртлы эсемлек алып бармағыҙ, эскән кешене ярға яҡын ебәрмәгеҙ. Һыу һуңғы юлы булыуы ихтимал… Фото orenburg.bezformata.com

Һыу юлы һуңғы юл булмаһын
Һыу юлы һуңғы юл булмаһын

Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, йыл башынан республикала 129 кеше һыуға батҡан, уларҙың 16-һы – балалар.

Ведомствола билдәләүҙәренсә, батып үлеүҙең йыш осраған сәбәптәренең береһе – иҫерек килеш һыу инеү. Батҡан 36 йәшлек ир сираттағы тапҡыр ошо билдәле хәҡиҡәтте үҙ ғүмере хаҡы менән раҫлаған. Яҡынса мәғлүмәт буйынса, ул яр буйында эскән дә һыуға төшкән һәм кире әйләнеп ҡайтмаған. Водолаздар уның кәүҙәһен һыуҙан сығарған. Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хәбәр итеүенсә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай хәлдәр йыш ҡабатлана. Шул уҡ күлдә 42 йәшлек ир һыуға батҡан. Унан алда ошонда уҡ дуҫтары менән хәмер эсеп ултырған урта йәштәрҙәге берәүҙең ғүмере өҙөлгән.

Әлбиттә, эскән кешенең хәүеф тойғоһо юғала, рефлекстары кәмей. Көтөлмәгән хәлдә ҡапыл ғына дөрөҫ ҡарар ҡабул итә алмай. Һыу буйына спиртлы эсемлек алып бармағыҙ, эскән кешене ярға яҡын ебәрмәгеҙ. Һыу һуңғы юлы булыуы ихтимал…

Фото orenburg.bezformata.com

Автор:Aйзиряк Ишбулатова
Читайте нас: