Конгэк
+21 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Июль 2021, 14:48

Лимонды туңдырып тотонаһыңмы?

Туңдырылған лимон һимереүҙән, шәкәр сиренән һәм яман шештәрҙән ҡотҡара.

Лимонды туңдырып тотонаһыңмы?
Лимонды туңдырып тотонаһыңмы?

Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, лимон ҡабығы төрлө рак сирҙәре менән көрәштә һөҙөмтәле һәм бөгөн ҡулланылған традицион дауалау, химия һәм нурланыш терапияһына ҡарағанда яҡшыраҡ ярҙам итә.

Туңдырылған лимон һимереүҙән, шәкәр сиренән һәм яман шештәрҙән ҡотҡара. Күбеһенсә лимонды ҡабығы (цедра) өсөн туңдыралар. Иретелгән лимон ҡабығы бик һәйбәт йомшара һәм уны ризыҡҡа ҡулланыуы уңайлы. Башҡа күп кенә емеш-еләк кеүек үк, файҙалы матдәләргә бай - ул холестерин кимәлен нормалләштерә, иммун системаһын нығыта. Шулай уҡ лимонда төрлө микробтарға, бәшмәктәргә һәм бактерияларға ҡаршы торған матдәләр бар. Уны даими ҡулланыу организмда ыңғай үҙгәрештәр барлыҡҡа килтерә. Мәҫәлән:

- инсульт хәүефен кәметә;

- иммун системаһын нығыта;

- бактерияларға ҡаршы тора;

- борсолоу һәм күңел төшөнкөлөгө ме­нән көрәшә;

- астма билдәләрен еңе­ләйтә;

- бауырҙы һәм бөйөрҙәрҙе таҙарта;

- елһенеүҙе иҫкәртә һәм дауалай;

- рак ауырыуҙарын иҫкәртеү һәм дауалау сифатына эйә.

Лимонды ҡасан теләйһегеҙ, шунда ҡулланырға уйлаһағыҙ - туңдырығыҙ.

  1. Лимонды йыуып киптерәбеҙ
  2. Дезинфекция өсөн алма һеркәһенә бер минутҡа һалып торабыҙ
  3. Туңдырғысҡа 12 сәғәткә ҡуябыҙ
  4. Һуңынан уны ҡырғыстан үткәрәбеҙ
  5. Килеп сыҡан массаны һыуытҡыстың боҙ туңдырыу өсөн тәғәйенләнгән һауыттарына һалып ҡуябыҙ.

Иҫкә төшкәндә, туңдырылған лимон кубиктарын алаһың да, сәйгә һалып эсәһең. Компотҡа ла ҡушырға мөмкин.

 

Врач менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.

Лимонды туңдырып тотонаһыңмы?
Лимонды туңдырып тотонаһыңмы?
Автор:Мархаба Гайнетдинова
Читайте нас: