Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
31 Июль 2021, 13:00

Аҙналыҡ йондоҙнамә

Йондоҙҙар кәңәш бирә

Аҙналыҡ йондоҙнамә
Аҙналыҡ йондоҙнамә

Ҡуҙы

Торлаҡ төҙөкләндереү мәсьәләһе актуалләшер. Йортоңда йыһаз күсерергә, бәлки, көнкүреш техникаһы һатып алырға теләрһең.

Буға

Танылыу яуларһың, хөрмәт ҡаҙанырһың. Ошо көндәрҙә билдәлелектән файҙалана алаһың.

Игеҙәктәр

Энергияң ташып торор. Матди өлкәлә ҡатмарлыҡ юҡ. Аҙна аҙағы яңы тәьҫораттар менән тулыр.

Ҡыҫала

Аҙна башында әүҙемлекте бер аҙ һүлпә­нәйтеү хәйерле. Туҡланыуға иғтибар бүлеү артыҡ булмаҫ.

Арыҫлан

Кинәт уңышҡа иҫәп тотма. Ниәтләгәнде ашыҡмайынса ғәмәлгә ашырыу зарур. Теләһә кем менән еңел ризалашырһың.

Ҡыҙ

Өҫтөнлөктө дөрөҫ билдәләп, көнитмеште ойоштороп өйрәнергә кәрәк. Күңел йылыңды яҡындарың менән аралашыуға бүл.

Үлсәү

Теләгеңә өлгәшер өсөн ҡыйыулыҡ,  үҙеңә инаныу кәрәк. Был көндәр яңы танышлыҡ, идеялар килтерер.

Саян

Ауырлыҡтарҙан ҡурҡма, был үҙеңде күрһәтеү өсөн мөмкинлек. Әүҙем бул, еңеүгә көйлә үҙеңде.

Уҡсы

Эшмәкәрлеген алмаштырырға теләгәндәргә йома көн ҡулай. Аҙнаның тәүге яртыһында аҡсаға бәйле ғәмәлең уңышлы булыр.

Ылаҡ

Эш - беренсе урында, ғаилә йәки карьера мөһиме­рәк­ме, һаман да уйларға кәрәк.  Яҡындары­ңа ауыр һүҙҙәр әйтеүҙән һаҡлан.

Һыуғояр

Иғтибарыңды ғаилә, йорт мәшәҡәтенә йү­нәлтеү зарур. Аҙна аҙағына барыһына ла ҡул һелтәү теләге тыуыр.

Балыҡ

Үҙең тураһында онотма. Шәхсән үҫеш, именлегеңде үҙеңдән башҡа кем хәстәрләр.

Аҙналыҡ йондоҙнамә
Аҙналыҡ йондоҙнамә
Автор:Мархаба Гайнетдинова
Читайте нас: