Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
6 Август 2021, 11:15

Буҙа - тәнгә лә, йәнгә лә дауа

Яңыраҡ бер эшҡыуар юлдашым үҙенең ҡыҙына никах уҡытҡанда әҙерләнгән табында ҡунаҡтарҙы тик ҡымыҙ һәм буҙа менән һыйлағанын кинәнеп һөйләне. Күрше ҡалала йәшәһәләр ҙә, нәҡ Мәләүездә етештерелгәнен һатып алған. Баҡтиһәң, Смаҡ ауылында йәшәгән Фәнзилә Юлғотлина, крәҫтиән-фермер хужалығы асып, буҙа етештереүҙе яйға һалған. Бәйләнеш өсөн телефондар: 8-9613570302,8-9174206070 e-mail: [email protected]

Буҙа - тәнгә лә, йәнгә лә дауа
Буҙа - тәнгә лә, йәнгә лә дауа

Яңыраҡ бер эшҡыуар юлдашым үҙенең ҡыҙына никах уҡытҡанда әҙерләнгән табында ҡунаҡтарҙы тик ҡымыҙ һәм буҙа менән һыйлағанын кинәнеп һөйләне. Күрше ҡалала йәшәһәләр ҙә, нәҡ Мәләүездә етештерелгәнен һатып алған. Баҡтиһәң, Смаҡ ауылында йәшәгән Фәнзилә Юлғотлина, крәҫтиән-фермер хужалығы асып, буҙа етештереүҙе яйға һалған. Уларҙың тауарын Мораҡ, Йомағужала, Ишембай, Салауат, Стәрлетамаҡ, Күмертау, Өфө, Ырымбур ҡалаларында магазин кәштәләрендә күрергә була.

Халҡыбыҙҙың мили эсемлеген етештергән эшҡыуар менән танышып һөйләшергә насип булды.

 - Буҙа эшләү идеяһына килгәндә, мин килен булып төшкән йылдарҙа ул был яҡта ныҡ таралмаған ине. Сығышым менән Баймаҡ районынының Таулыҡай ауылынанмын. Буҙаны бәләкәйҙән эсеп үҫтем. Еңгәм Гәүсәриә Сәлихова өйрәтеүе буйынса эшләй ҙә беләм. Файҙалы эсемлекте таратыу теләге тыуҙы. Иремә әйткәс, шунда уҡ күтәреп алды. Бына шулай тәүҙә үҙебеҙгә яһаған буҙабыҙ тора-бара ауылдаштарға, таныштарға, райондаштарға тарала башланы. Хәҙер инде ике йыл рәсми эшләйбеҙ. Фирма этикеткаларына заказ бирҙек.

Һөйләшеүҙәр алып барыу, заказдар ҡабул итеү, документтар тултырыу,  ҡырға ташыу кеүек эштәрҙе ирем башҡара. Ҡәйнәм Гөлдәр Мәхийән ҡыҙы Байгилдина Исламғолдан килеп дүрт улыбыҙ Әҙил, Исхаҡ, Исмәғил, Ғүмәрҙе  тәрбиәләшә, йорт-ҡураны ҡараша. Ул - беҙҙең ныҡлы таянысыбыҙ, - ти Фәнзилә Фәтих ҡыҙы. Бында буҙаның һәр төрлөһө бар. Дөрөҫ туҡланыу яҡлылар -баллыһын, балалар лимонлыһын ярата, өлкәндәр имбир ҡушылғанына өҫтөнлөк бирә, традицон төрө лә бар, рецепты үҙҙәре уйлап сығара, барыһына сертификат алынған. Конкурент итеп сибайҙарҙы иҫәпләй  Фәнзилә. Етештереү күләме тәүлегенә 500 литрға барып етә. Буҙа эшләген ҡыҙҙарҙың “Смаҡ” тип яҙылған алъяпҡыстары ла үҙенсәлекле. Алтын ҡуллы хужабикә уларҙы үҙе тегә. Унан тыш Фәнзиләнең ашнаҡсы, иҡтисадсы, бухгалтер һөнәре бар, ситтән тороп юрислыҡҡа уҡый.

 Дин юлында йөрөгән, биш тапҡыр намаҙын ҡалдырмаған милләттәштәребеҙҙең етештергән хәләл милли ризығы төрлө йола байрамдарында ғына түгел, ҡәҙимге көндәрҙә лә өҫтәлдәребеҙҙән өҙөлмәҫ.

 

Былар ҡыҙыҡлы

Геркулес менән һолонан эшләнгән эсемлек эсәк-ашҡаҙан системаһының эшмәкәрлеген яйға һала. Йөрәк, үпкә менән яфаланғандарға ла ныҡ файҙалы. Юҡҡа ғына һолоно аттарға ашатмайҙар. Тимәк, кешегә лә көс, дәрт бирә.

Буҙа ҡатын-ҡыҙҙың матурлығын һаҡлай. Ул күҙәнәктәрҙе аса, һырҙарҙы бөтөрә. Сәс төбөнә һөртөп маска эшләһәң, сәс ҡуйы булып үҫә. Ул һимеҙҙәрҙе ябыҡтыра, ябыҡтарҙың тән ауырлығын рәткә килтерә.

Бәйләнеш өсөн телефондар: 8-9613570302,8-9174206070

e-mail: [email protected]

Буҙа - тәнгә лә, йәнгә лә дауа
Буҙа - тәнгә лә, йәнгә лә дауа
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: