Конгэк
+9 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Август 2021, 20:27

Милли проекттар ғәмәлдә

Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән Башҡортостанда махсус иҡтисади зона булдырыла. Был, иң беренсе, яңы эш урындары булдырылыуы менән ҙур әһәмиәткә эйә. Майҙансыҡ булараҡ Стәрлетамаҡ һәм Ишембай райондары һайланды. Предприятие тимер юлында, төньяҡта, нефть һәм газ сәнәғәтендә эшләгәндәр өсөн кейем тегәсәк. Киләсәктә тегеү ҡорамалдары операторҙары, конструкторҙар, төрөүселәр, йөксөләр кәрәк буласаҡ.

Милли проекттар ғәмәлдә
Милли проекттар ғәмәлдә

Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән Башҡортостанда махсус иҡтисади зона булдырыла. Был, иң беренсе, яңы эш урындары булдырылыуы менән ҙур әһәмиәткә эйә. Майҙансыҡ булараҡ Стәрлетамаҡ һәм Ишембай райондары һайланды.

Предприятие тимер юлында, төньяҡта, нефть һәм газ сәнәғәтендә эшләгәндәр өсөн кейем тегәсәк. Киләсәктә тегеү ҡорамалдары операторҙары, конструкторҙар, төрөүселәр, йөксөләр кәрәк буласаҡ.

Ҡала мәҙәниәт һарайында “Аркада” сәнәғәт берекмәһе” йәмғиәте, “Халыҡ мәшғүллеге дәүләт хеҙмәте уҡыу үҙәге”, Көньяҡ-көнсығыш район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәге вәкилдәре ҡатнашлығында үткән осрашыуҙа шул хаҡта билдәле булды. Унда район-ҡаланан 70-тән ашыу эш эҙләүсе вакансиялар һәм эш шарттары менән танышты. Тегеү производствоһында эшләргә теләгән, әммә һөнәри белеме һәм тәжрибәһе булмағандар иҡтисади зона янында урынлашҡан уҡыу йортонда 2 айға иҫәпләнгән тиҙләтелгән курс буйынса “Демография” милли проектының “Мәшғүллеккә ярҙам итеү” федераль проектына ярашлы уҡый ала.

Уҡытыу бер нисә этапта үтә. Иң беренсе webinar.fm майҙансығында ситтән тороп уҡыйҙар. Һуңынан “Учалы тегеү фабрикаһы”нда практика үтәсәктәр. Шуны ла билдәләп үтеү мөһим: “Аркада” йәмғиәте проект сиктәрендә уҡығандарҙы эшкә урынлаштырыуҙы гарантиялай. Әлеге ваҡытта төркөмдәр формалаша.

Эш биреүсе уңайлы шарттары, тулы социаль пакет, уңайлы график тәҡдим итә. Вахта ысулы менән эшләгәндәргә дөйөм ятаҡта йәшәү, шулай уҡ хеҙмәткәрҙәрҙе эш урынына йөрөтөү мөмкинлеге буласаҡ. Ҡыҙыҡһындырған һорауҙар булһа, Мәләүез ҡалаһы, Док урамы, 11а адресы буйынса Көньяҡ район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәгенә мөрәжәғәт итергә мөмкин. Телефоны: 3-17-01, 3-00-80.

 

Милли проекттар ғәмәлдә
Милли проекттар ғәмәлдә
Автор:Лена Абдрахманова
Читайте нас: