Конгэк
+19 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
3 Февраль 2022, 14:10

Аҡса табыу юлы ғына түгел, яратҡан шөғөлө лә

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тиҙәр халыҡта. Ысынлап та, ир затының ҡулына ниндәйҙер эш ҡоралын тотоп эш иткәнен ҡатын-ҡыҙҙар бигерәк хуп күрә. Ундайҙар ғаиләһендә генә түгел, йәшәгән мөхитендә лә хөрмәт ҡаҙана. Ҡала егете Максим Кузьмин төп эшкә урынлашҡансы, ваҡыт юғалтмаҫ өсөн генә мебель йыйырға эшкә инә. Ваҡытлыса ғына  тип уйлаған һөнәр уның бар күңелен йәлеп итә һәм бөгөн ул йорт йыһаздары етештереү эшен уңышлы йәйелдергән

 

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ, тиҙәр халыҡта. Ысынлап та, ир затының ҡулына ниндәйҙер эш ҡоралын тотоп эш иткәнен ҡатын-ҡыҙҙар бигерәк хуп күрә. Ундайҙар ғаиләһендә генә түгел, йәшәгән мөхитендә лә хөрмәт ҡаҙана.

Ҡала егете Максим Кузьмин төп эшкә урынлашҡансы, ваҡыт юғалтмаҫ өсөн генә мебель йыйырға эшкә инә. Ваҡытлыса ғына  тип уйлаған һөнәр уның бар күңелен йәлеп итә һәм бөгөн ул йорт йыһаздары етештереү эшен уңышлы йәйелдергән. 2013 йылда Воскресенскийҙа цех һатып ала, һуңғараҡ  Мәләүездә икенсеһен аса. “Заказ күп, эш ҡулдары етешмәй. Ҡайным, районда билдәле эшҡыуар Анатолий Зайчиков, аҡыллы кәңәштәре менән ярҙам итә. Балта оҫтаһы - атайым Евгений Кузьмин, бригадир Анатолий Пильнов, дизайнсы Эльмира Ғайсина - уң ҡулым. Тиҫтәнән ашыу кешгә эш уны булдырылған, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы түләнә”, - ти эшҡыуар.

Заман башҡа - заң башҡа. Элегерәк юҡлыҡ заманында мебелдең зауыҡлығына, эстетикаһына артыҡ иғтибар бирмәгәндәр. Ә хәҙер ауыл ерҙәрендә лә дизайн менән эшләнгән кухня, йоҡо, ванна, балалар бүлмәһе гарнитурҙарына ла заказ күп. Максим Евгеньевич мебель етештереү өлкәһендә апаруҡ мәғлүмәт туплаған. Ҡайһы ҡалала конкуренция көслө икәнен белә. Үҙҙәренең һатып алыусыһын тапҡас, етештереүе лә күңелле уларға.

 

Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: