Конгэк
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
18 Апрель 2018, 11:52

Хәрби хеҙмәт - ир-егеттәрҙең мөҡәддәс бурысы

Рәсәйҙә 1 апрелдән хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырыу кампанияһы башланды. Ул 15 июлгә тиклем дауам итәсәк.

Рәсәйҙә 1 апрелдән хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырыу кампанияһы башланды. Ул 15 июлгә тиклем дауам итәсәк. Беҙҙең район-ҡаланан һәм Федоровка районынан 141 егетте армияға аласаҡтар. Яҙғы саҡырыуға әҙерлек барышында хәрби комиссар, подполковник Рөстәм Ҡантимеров менән Рәсәй Ҡораллы Көстәрендәге яңылыҡтар һәм үҙгәрештәр хаҡында әңгәмә ҡорҙоҡ.
- Рөстәм Ғәҙән улы, Рәсәй армияһы йылдан-йыл үҙгәреш кисерә. Уның матди-техник базаһы нығый. Хеҙмәткә саҡырылыусылар өсөн дә даими яңы талаптар барлыҡҡа килә. Быйыл уларҙы ниндәй яңылыҡ көтә?
- Призывниктар өсөн мөһим яңылыҡтарға шуны индерергә мөмкин: “Хәрби бурыс һәм хәрби хеҙмәт тураһында” Федераль законға үҙгәрештәр индереү хаҡында” Федераль законға ярашлы, һаулығы буйынса хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ, тип табылған һәм Рәсәй Ҡораллы Көстәр запасына индерелгән 18-ҙән 27 йәшкә тиклемге граждан үҙенең яраҡлылығын билдәләү өсөн медицина тикшереүе үтергә хоҡуҡлы. Әгәр ҙә яраҡлы тип табылһа, дөйөм нигеҙҙә хәрби хеҙмәткә алына.
- Армияға алынасаҡ егет үҙ теләге буйынса ниндәй ғәскәрҙә хеҙмәт итеүҙе һайлай аламы?
- Эйе, һайлай ала. Әммә уның айырым шарттары бар. Мәҫәлән, республика биләмәһендә хәрби-ғәмәли спорт буйынса спартакиада үткәреү күркәм традицияға ингән. Унда буласаҡ һалдаттар кәүҙәне турникта күтәреү, автоматты һүтеп-йыйыу, противогаз кейеү, гер спорты һәм винтовканан атыу буйынса көс һынаша. Ошо ярышта маҡтаулы урын алған егеттәргә, әгәр һаулығы буйынса яраҡлы тип табылһа, аныҡ ғәскәрҙе һайлау хоҡуғы бирелә.
- Һуңғы осорҙа һәр кем балаһын уҡытырға тырыша. Юғары белемле хеҙмәткә саҡырылыусылар өсөн өҫтөнлөктәр бармы?
- Әлбиттә, бар. Айырыуса техник белемле егеттәр армияла һорау менән файҙалана. Рәсәй армияһының матди-техник базаһы йылдан-йыл заманса техника, ҡорамалдар менән йыһазландырыла. Билдәле инде, уларҙы ҡуллана белгән һалдаттар кәрәк.
- Рәсәй Ҡораллы Көстәрендә булдырылған фәнни роталар үҙенең актуаллеген аҡланы. Улар хаҡында ни әйтерһегеҙ?
- Эйе, был ғәскәрҙәр үҙен аҡлап ҡына ҡалманы, ә көндән-көн популярлыҡ яулай бара. Фәнни роталар ниндәй ҙә булһа хәрби бурыс үтәү өсөн генә асылмаған, ә армияны фән менән шөғөлләнеүсе кадрҙар менән тулыландырыу маҡсатын да күҙ уңында тота. Фәнни ротала хеҙмәт итеүселәр тикшеренеү эше менән генә шөғөлләнә тип уйларға ярамай, улар, һис шикһеҙ, дөйөм ғәскәр әҙерлеген дә ала. Унда башлыса фәнни эшкә һәләтле студенттар алына. Беҙҙең райондан был ротала хеҙмәт итеүселәр әлегә юҡ. Республиканан Өфө дәүләт авиация университеты сығарылыш студентының Воронеж ҡалаһындағы хәрби космос көстәре менән шөғөлләнгән фәнни-уҡыу үҙәгендә уңышлы хеҙмәт итеүе билдәле.
-Әгәр гражданин 27 йәшкә тиклем армияға бармаһа, уны ниндәй яза көтә?
- “Хәрби бурыс һәм хәрби хеҙмәт тураһында” Федераль законға индерелгән үҙгәрештәргә ярашлы, әгәр граждан 27 йәшкә тиклем армияға бармаһа һәм уға был хаҡта белешмә бирелһә, ул дәүләт хеҙмәтендә вазифа биләй алмай.
Шулай уҡ хәрби хеҙмәттән ҡасырға маташыусылар өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралған. Әгәр ҙә икенсе тапҡыр ҡасырға маташһа, уның шәхси эше прокуратураға һәм тикшереү комитетына ебәрелә. Былтыр район-ҡала буйынса 7 граждандың эше тикшереүгә ебәрелде. Законға ярашлы, армиянан ҡасып ҡалған өсөн 2 йылға иркенән мәхрүм итеү төрөндә енәйәти яза ла ҡаралған. Шуны ла билдәләп үткем килә: армияға барырға теләмәгәндәр һаны йылдан-йыл кәмеүе ҡыуаныслы. Быға, әлбиттә, хужалыҡ эше менән шөғөлләнгән ғәскәрҙәр булмауы, армияның дөйөм матди-техник базаһы, һалдаттарҙың көнкүреше, хәрби-хеҙмәт шарттары яҡшырыуы сәбәпсе .
- Төрлө йылдарҙа Рәсәйҙең ҡыҙыу нөктәләрендә хеҙмәт иткән хәрби кеше булараҡ хеҙмәткә саҡырылыусыларға ниндәй теләктәрегеҙ бар?
- Буласаҡ һалдаттарға ниндәй генә шарттарҙа ла ысын ир-егет булып ҡалыуҙарын теләр инем. Республиканың, райондың, атай-әсәйҙәрегеҙҙең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәгеҙ. Ғаиләгеҙгә йышыраҡ шылтыратығыҙ, уларҙы лайыҡлы хеҙмәт итеүегеҙ тураһында хәбәрҙәр менән ҡыуандырығыҙ һәм тыуған йортоғоҙға иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуығыҙҙы теләйем!
- Әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт.
Һүрәттә: Мәләүез ҡалаһы, Мәләүез һәм Федоровка райондары хәрби комиссариат начальнигы Рөстәм Ҡантимеров.
Автор фотоһы.