Был тарафта тыуып-үҫкән егеттәр ҡаршылыҡтарҙан ҡурҡмай. Хәсән ауылында тыуып- үҫкән Тәлғәт Мөхәмәтшин - шундайҙарҙың береһе. Аптраҡ мәктәбендә белем алғас, Ишембай ҡалаһында нефть техникумын тамамлай һәм 1999 йылда һалдат хеҙмәтенә алына.
Ставрополь крайының Нефтекумск ҡалаһында хәрби әҙерлек мәктәбен үтә. Тап ошо йылдарҙа Чечен Республикаһында хәрби бәрелештең икенсе тулҡыны башланған осор була. Эске эштәр ғәскәре һалдаты булараҡ Тәлғәт Фәрғәт улы урында тәртипһеҙлек булдырмау, тыныслыҡ урынлаштырыу миссияһында ҡатнаша.
“Чечен Республикаһында беҙҙең һымаҡ тыныслыҡ, азатлыҡ яратҡан халыҡ йәшәй. Кемдеңдер күрһәтмәһенә буйһоныу был милләткә ситен. Уларға һуғыш, ҡан ҡойош кәрәкмәй. Күптәр ғаиләһе шәхси хужалыҡ иҫәбенә көн күрә”,- тип хәтирәләре менән уртаҡлашты ҡыҫҡа әңгәмә барышында Тәлғәт.
Яҡташы Томансы егете Дилүс Хәйретдинов менән бергә үтә уның хеҙмәте, тыуған яҡтан килгән хаттар, шылтыратыуҙарҙан һуң икәүләшеп ҡорған әңгәмә, ауылдаштарын һағынып иҫләүҙәре яҡты бер хәтирә булып һаҡлана.
Сынығыу алған һалдат хеҙмәт юлын “Мәләүез минераль ашламалары” йәмғиәтендә башлай. Осрағы сыҡҡас, төньяҡ тарафында вахта ысулы менән эшкә урынлаша.
Тормош иптәше Зилә Камил ҡыҙы менән ике балаға тәрбиә бирә, Алмаз улдары 9-сы, Залина - 3-сө класс уҡыусылары. Ата-әсәһен тырышлыҡтары, йәмәғәт тормошонда әүҙем булыуҙары менән шатландыра улар. Үткән һәм киләсәк быуынды тоташтырған матурлыҡ, изге күңеллелек, кешеләргә миһырбанлыҡ, ихласлыҡ ваҡыты менән тоноҡланып, юғала барған осорҙа ауылда йәшәгән олатай-өләсәйҙәренән үҙләштерә ошо сифаттарҙы балалар. Өләсәй әкиәттәре, олатайҙың тыныс тауыш менән һөйләгән тарихы күҙгә күренмәҫ бәйләнеш булдыра.
Тәлғәт Фәрғәт улы ваҡыт тығыҙлығына ҡарамай, ситтән тороп юғары белем ала, тиҙҙән ҡулына диплом аласаҡ.
Хеҙмәттәштәре менән бөгөн дә хәрби бәйләнеш һаҡлана. Район-ҡала “Батальон” йәмғиәте рәйесе Йәмил Әлмөхәмәтовтың ошо йүнәлештә әүҙем эшмәкәрлек алып барыуы, төрлө саралар ойоштороуы, үҫеп килгән быуында рух көсө, илһөйәрлек тәрбиәләүенә рәхмәтле.
Сит тарафта башын һалған яуҙаштар, әсәйҙәрҙең түгелгән күҙ йәше, сейәлгән яҙмыштар... Йылдар уҙыуға ҡарамай, ябай һалдаттар хәтерендә Чечен һуғышы сиселеш тапмаған төйөнгә оҡшаш.
ҺҮРӘТТӘ: Тәлғәт Мөхәмәтшин.