Конгэк
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

“Георгий таҫмаһы” акцияһы дауам итә

Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығын билдәләү сиктәрендә республикала, шул иҫәптән район-ҡалала “Георгий таҫмаһы” акцияһы бара.

Бөйөк Еңеүҙең 73 йыллығын билдәләү сиктәрендә республикала, шул иҫәптән район-ҡалала “Георгий таҫмаһы” акцияһы бара. Ул 9 майға тиклем дауам итә. Уға ярашлы, ҡаланың кеше күпләп йөрөгән урындарында ирекмәндәр совет һалдаттарының ҡаһарманлығын сағылдырған таҫмалар тарата.
Гүзәл Шәрипова етәкселегендәге “Еңеү ирекмәндәре” “Ирәмәл” сауҙа үҙәге алдында Еңеү көнө символы булған ҡыҙғылт һары һәм ҡара төҫтәге ике төҫлө таҫмаларҙы төрлө йәштәгеләр күкрәгенә беркетте. “Георгий таҫмаһы” акцияһы тәүге тапҡыр Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығы уңайынан 2005 йылда ойошторолдо һәм уны күп илдәр дәррәү күтәреп алды. Шунан алып беҙҙә лә йыл һайын үткәрелә һәм иҫтәлекле датаны ҡаршы алыуға әҙерлек сараларының мөһим элементы булып тора. Ирекмәндәр үтеп барыусыларға дәһшәтле һуғыш, Еңеү байрамы тураһында һорауҙар бирҙе. Шулай уҡ таҫмаларҙы һүл түшкә тағыу кәрәклеген һәм уны сумкаға, ҡулға, автомобиль антенналарына тағырға ярамағанлығын иҫкәртте.
Һүрәттә: Рафаэль Мәхмүтовтың атаһы ла - һуғыш ветераны, шуға ла Еңеү байрамы - уның өсөн иң изге байрамдарҙың береһе.
Автор фотоһы.