Конгэк
+15 °С
Болотло
Telegram
VK
ОК
Ә һеҙ унан ниндәй аҙыҡ әҙерләйһегеҙ?
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
12 Февраль 2019, 16:21
Утта сыныҡҡан дуҫтар
Азамат Әғзәмов өсөн Яугир-интернационалистар көнө -хеҙмәттәштәр менән осрашыу, йыраҡта булғандарын шылтыратып ҡотлау һәм иҫтәлектәргә бирелеү көнө.
Азамат Әғзәмов өсөн Яугир-интернационалистар көнө -хеҙмәттәштәр менән осрашыу, йыраҡта булғандарын шылтыратып ҡотлау һәм иҫтәлектәргә бирелеү көнө.
“Ҡыҙыу нөктә”лә хеҙмәт иткән йылдар йыраҡта ҡалһа ла, уның хаҡындағы хәтирәләр Афған һуғышы ветераны күңелендә сағыуланғандан-сағыулана бара. Йәшлек менән иғтибарҙан ситтә ҡалған күренештәр, ваҡиғалар, кешеләр уның күҙ алдына бөгөнгөләй килеп баҫа. Азамат уларға хәҙер, әлбиттә, тормош тәжрибәһе туплаған, ут-һыу кискән яугир-уҙаман булараҡ ҡарай. Әммә шуныһына иманы камил: йәш саҡта дуҫлыҡ һәм тоғролоҡто нисек аңлаһа, бөгөн дә уларҙы ысын ир-егет өсөн иң изге төшөнсә тип ҡабул итә. Эйе, ветеран дуҫлыҡ ҡәҙерен белә.
- Армияла булғанда дуҫтарҙың терәгенә мохтаж булған саҡтар ҙа, уларға үҙемдең иңемде ҡуйған мәлдәр ҙә күп булды, - ти ул.
Азамат Сиражетдин улы хәрби хеҙмәткә 1987 йылдың ноябрендә алына. Район-ҡаланан ҡырҡтан ашыу егет менән бергә Термез сик буйы отрядына эләгә. Унда яҡташыбыҙҙы кинолог һөнәре нескәлегенә өйрәтәләр. Дүрт ай тирәһе Дүшәнбе ҡалаһында хәрби күнекмә үткәс, уларҙы яңынан Термезға алып киләләр һәм апрель башында вертолетта Афғанға килтерәләр.
Азамат инженер-сапер взводында Рекс ҡушаматлы эте менән сик буйын һаҡлай. Ошо осорҙа уларҙың ҡыйыулығын, ир-егетлеген, биргән антҡа тоғролоғон һынаған төрлө ваҡиғалар шаһиты булырға тура килә.
Һүрәттә: афған һуғышы ветераны Азамат Әғзәмовтың илдә барған ваҡиғаларға үҙ фекере бар.
Автор фотоһы.
Материалдың тулы вариантын гәзиттең 10-11-се һандарында уҡығыҙ.
Читайте нас в
Редакция һайлауы
Новости
24 Март , 16:51
Матбуғат баҫмаларына яҙылыу кампанияһы
Илһөйәрлек мәктәбе
17 Апрель , 14:25
Илһөйәрҙәр булып үҫегеҙ!
Илһөйәрлек мәктәбе
15 Апрель , 11:41
Бөгөн мәләүездәр махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы отпускыға ҡайтҡан яҡташтарҙы хәрби позицияларға оҙатты
Шулай уҡ уҡығыҙ
Һәр бер бала - илгә таяныс
Кескәйҙәр күңелен күҙ ҡарашынан аңлай улар
Гортензия матур сәскә атһын өсөн ни эшләргә?