Былтыр район атай-әсәйҙәр йыйылышында бер сығыш айырыуса иғтибарҙы йәлеп иткәйне. Өс бала тәрбиәләгән атай туған телдәрҙе уҡытыуға, йәш быуынға илһөйәрлек рухы тәрбиәләүгә бәйле үҙенсәлекле фекерҙәре менән бүлешкәйне. Күптән түгел Радик САЛАУАТОВ менән осрашып, һөйләшергә насип булды.
- Радик Йәһүҙә улы, мәғлүм булыуынса, ошо көндәрҙә баш ҡалабыҙ Өфөлә I бөтә Рәсәй башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары съезы үтә. Балаларын туған телдә уҡытыуға етди иғтибар биргән атай булараҡ, был сараға ышаныс бағлайһығыҙмы?
- Съездың ойошторолоуы бик яҡшы, әлбиттә. Ысынлап та, ул бер ни тиклем өмөт уята. Унда башҡорт телен һаҡлау, өйрәнеү, артабан үҫтереү проблемалары тикшерелер, уҡытыу методикаһы буйынса яңы тәҡдимдәр индерелер, тип уйлайым. Әммә был мәсьәлә бер съезда ғына хәл ителә торған түгел, сөнки был тема күп яҡлы. Йәшерен-батырыны юҡ, һуңғы йылдарҙа йәш быуында илһөйәрлек хисен тәрбиәләү бурысы тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыларына ғына йөкмәтелде лә ҡуйҙы. Баланың туған телдә уҡырға теләүендә, башҡортса һөйләшеүендә педагогтарҙың ролен инҡар итеп булмай, әлбиттә. Дәресте ҡыҙыҡлы ойоштороу, уҡытыу алымдары, яңыса технологиялар, уҡытыусы шәхесе - быларҙың барыһы ла ҙур әһәмиәткә эйә.
Шулай ҙа был тәңгәлдә күп нәмә ғаиләгә бәйле. Әлеге көндә күпселек атай-әсәй балаһын тәрбиәләүҙе тотошлай тиерлек балалар баҡсаһына, мәктәпкә ауҙарҙы тиһәм, бер ҙә яңылыш булмаҫ, моғайын. Йәш быуынға ваҡытты дөрөҫ бүлеү зарур. Туған телде өйрәнеү-өйрәнмәү мәсьәләһен дә күптәр бөгөн балаһының ихтыярына ҡуйып, дөрөҫ эшләмәй.
- Тимәк, һеҙҙеңсә, туған телде өйрәтеү, иң беренсе, атай-әсәйҙең мотлаҡ талабы булырға тейеш?
- Әлбиттә! Башҡортлоҡ, илһөйәрлек рухын тәрбиәләү, тәү сиратта, ғаиләлә башланырға тейеш. Балаларҙың бәләкәйҙән башҡорт халҡының тарихында оялырлыҡ, кәмһенерлек бер нәмә лә булмауын белеп, арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең исемдәрен ишетеп, ғорурланып үҫеүе мөһим. Шул ваҡытта ғына ул мәктәпкә барһа, башҡортса һөйләшергә, туған телен өйрәнергә оялмаясаҡ!
- Башҡортса аралашыу мөхитен киңәйтеү буйынса ла ҡыҙыҡлы фекерҙәрегеҙ менән уртаҡлашмаҫһығыҙмы?
- Бөгөн баланың аралашыуы мәктәп, дөрөҫөрәге башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәресе менән генә сикләнә. Шуға күрә башҡорт теленең ҡулланыу даирәһен киңәйтеү мөһим. Мәҫәлән, әгәр кеше водителгә уҡып сығып, руль артына ултырмаһа, автомобиль йөрөтмәһә, белеме юҡҡа сыға, онотола. Туған тел менән дә шулай. Мәктәптә, ғаиләлә алған белем ҡулланылмаһа, артабан туҡтап ҡаласаҡ. Шуның өсөн ябыҡ цикл булдырыу мөһим. Был, әлбиттә, ҙур масштаблы эш, әммә бойомға ашырырға мөмкин. Мәҫәлән, баланы башҡорт төркөмөндә тәрбиәләргә, аҙаҡ башҡорт мәктәбендә уҡытырға, уны тамамлағас, юғары уҡыу йортона ингәндә, дәүләт органдарына эшкә урынлашҡанда тел белеүенә өҫтөнлөк бирергә кәрәк. Үҙ милләтенән кәләш алһын, кейәүгә сыҡһын өсөн йәштәргә башҡортса байрамдар, кисәләр, ярыштар үткәреү мөһим. Тап ошондай сараларҙа танышып, ғаилә ҡорғандарҙың балалары атай-әсәһе үткән цикл аша уҙырға тейеш.
- Улығыҙ 9-сы башҡорт гимназияһында уҡый. Туған мөхиттә үҫеү һөҙөмтәһен тояһығыҙмы?
- Һис шикһеҙ. Был мәктәптә әҙәп, тәртип - айырылып торған һыҙат. Уҡыусылар араһында хоҡуҡ боҙоусылар, балиғ булмағандар эше буйынса комиссияла иҫәптә торған үҫмерҙәр юҡ.
- Йыйылышта йәмәғәт тәрбиәһе һәм егеттәргә лидерлыҡ сифаттары тәрбиәләүгә ҡарата әйткән фекерегеҙ ҙә бик оҡшағайны.
- Башҡорт халҡы быуаттар буйы ҡор, ырыу менән идара иткән. Һуғыштарҙы, аслыҡты, дошмандарға һәм ғәҙелһеҙлеккә ҡаршы көрәште йәмәғәтселек менән бергә хәл иткән. Балаларҙы ла дөйө көс менән бергә тәрбиәләгәндәр. Ирҙе - ир, ҡыҙҙы – ҡыҙ итеп тәрбиәләүгә оло бабайҙар, инәйҙәр, күршеләре - бөтәһе лә үҙ өлөшөн индергән, сөнки уларҙың атайҙары Рәсәй сиген һаҡлаған. Бөгөнгө көндә лә шундай хәл күҙәтелә. Ғаилә башлыҡтары эш булмағанлыҡтан ситтә эшләргә мәжбүр. Балалар, бигерәк тә малайҙар бер ҡанатлы ҡош кеүек үҫә. Шуға күрә бер бала ла ситтә ҡалмаһын өсөн йәмғиәт менән тәрбиәләү мөһим. Тарих буйынса белем бирергә, күңелдәренә илһөйәрлек рухы һалырға кәрәк. Шунда ғына башҡорт халҡының киләсәге яҡты булыр. Ә егеттәребеҙ үҙҙәрен ғаиләһенең, Ватанының хужаһы итеп тойһон өсөн уларға бөгөндән етәкселек эшен тапшырырға: староста, командир, стена гәзите мөхәррире, мәҙәни эштәр ойоштороусыһы кеүек яуаплы бурыстарҙы ҡыҙҙарға түгел, егеттәргә йөкмәтергә кәрәк тип уйлайым. Юғиһә, бөгөн был вазифаларҙың бөтәһе лә ҡыҙҙар иңендә. Малайҙар мәктәптән үк гүзәл затҡа буйһоноп йәшәргә ғәҙәтләнеп үҫә. Шуға күрә киләсәк быуынға иҫәп тотоу өсөн уларға тәрән белем, дөрөҫ тәрбиә һәм илһөйәрлек рухы һалыуға етди иғтибар биреү мөһим.
- Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт.