Конгэк
-27 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
5 Апрель 2020, 17:30

Өйҙә ултырабыҙ - Ер шарын ҡотҡарабыҙ

Үҙ аллы сикләнеү беҙгә, упҡын алдына килеп баҫҡан кешеләргә, дөрөҫ юл һайлауға ваҡыт бирә. Күптән онотолған фотолар аша үткәндәргә ҡайтыу, ата-бабаларҙы иҫкә алыу, уларҙың аманатын барлап, йәш быуынға аңлатыу, изге хис-тойғоларҙы яңыртып, донъя мәшәҡәттәре менән мәңгелек ҡиммәттәрҙән ситләшә барғанды аңларға ярҙам итә. Бөтә донъяны иңрәткән һуғышта фашистарҙың тәкәбберлеген еңеүҙең 75-се яҙында күҙгә күренмәҫ бер вирустың Ер шарының бар халҡын, өйҙәренә бикләп, уйланырға мәжбүр итеүе, байлыҡ, власҡа ҡарамай, берҙәй хәүефкә ҡалдырыуы кешелектең, бар сиктәрҙе үтеп, һәләкәткә килеп етеүенә ишара түгелме ни!?

Үҙ аллы сикләнеү осоронда ижади һәләттәрҙе үҫтереү, балалар тәрбиәһе менән шөғөлләнеү, бергәләп мәҙәни ял итеү ғаиләләрҙе берләштерә, быуындар бәйләнешен нығыта. Район ял-мәҙәни үҙәге методисы Зарина Шерова хәбәр итеүенсә, Боһорман ауыл клубы мәҙәни ойоштороусыһы Флүрә Бикташева Бөйөк Еңеүгә арналған "Өйҙә ултырабыҙ, күңелде төшөрмәйбеҙ, планетаны ҡотҡарабыҙ" исеме менән онлайн-конкурс иғлан итә. Ҡатнашыу өсөн Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, Еңеү тураһында материал һәм фото, һүрәттәр, шиғыр һәм йырҙарҙы ойоштороусыға ебәреү мотлаҡ. https://vk.com/public189753467?w=wall-189753467_222