Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
10 Апрель 2020, 16:55

Ысын космонавт дәрес үткәрҙе

Бөгөн дистанцион уҡыуҙа булған республика балалары өсөн асыҡ дәресте Рәсәй Федерацияһы геройы, һынаусы космонавт Сергей Ревин үткәрҙе.

Бөгөн дистанцион уҡыуҙа булған республика балалары өсөн асыҡ дәресте Рәсәй Федерацияһы геройы, һынаусы космонавт Сергей Ревин үткәрҙе.
Дәрес Космонавтар көнөнә арналды. Сергей Ревин уҡыусыларға үҙенең теләктәрен юлланы, уңыштар теләне һәм дәресте ул билдәле СССР һынаусы летчигы, ике тапҡыр Советтар Союзы геройы Владимир Джанибәковтың һүҙҙәре: «Шиклән һәм ышан! Бар закондың, утрауҙарҙың, Ер шарының асыҡ булыуына шиклән. Һиңә уларҙы асырға кәрәклегенә ышан».
Асыҡ дәрестәр көн һайын иртәнге 10-да башлана һәм «БСТ», «Башҡортостан 24», «Вся Уфа», «ЮТВ» телеканалдарында күрһәтелә. Уны күренекле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, актерҙар, спортсылар, йәмәғәт ойошмалары лидерҙары, сәйәси эшмәкәрҙәр, юғары уҡыу йорттары ректорҙары үткәрә.
«Виктори» Башҡортостан Республикаһында мәғариф проекттарын үҫтереү һәм хуплау буйынса йәмәғәт комитеты автономиялы коммерция булмаған йәмғиәте ярҙамында дәрестәр үткәреүҙе Башҡортостан Республикаһы мәғариф һәм фән министрлығы һәм «Тамыр»студияһы ойошторҙо.