Бер кем дә, бер нәмә лә онотолмаған… Европаға азатлыҡ таңы, тыныслыҡ алып килгән һәм данға күмелеп, үҙ иленә ҡайтҡандар ҙа, аяуһыҙ ҡан ҡойошта һәләк булғандар ҙа онотолмай. Бөйөк Еңеүҙә беҙҙең республиканың да өлөшө аҙ түгел: 112-се Башҡорт атлы дивизияһының, дүрт мең саҡрымдан ашыу юл үтеп, Шпрее йылғаһында ат һуғарған даны бар, Александр Матросов, Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин, Муса Гәрәев һәм нисәмә мең егет һәм ҡыҙҙарҙың ҡаһарманлыҡ шаны бар. Ҡулдарына ҡорал тотоп, көндө төнгә, төндө таңға ялғап дошманға ҡаршы барғандарҙың, ал-ял белмәй ҡорос ҡойғандарҙың, фронт өсөн танк, бронепоезд, самолеттар етештергәндәрҙең, үгеҙ егеп ер һөргәндәрҙең, яуҙағылар өсөн ойоҡ-бейәләй бәйләгәндәрҙең, кейем теккәндәрҙең, завод-фабрикаларҙа, урман-ҡырҙарҙа, шахталарҙа бил бөккәндәрҙең һәр ҡайһыһы Еңеү көнөн яҡынайтыу өсөн тырышҡан.
1941 йылдың 22 июне ҡара ҡайғы, әсе күҙ йәштәре һәм ҡанлы хәрефтәр менән мәңгелеккә яҙыла. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Мәләүез предприятиелары хәрби режимға күсә һәм фронт өсөн төрлө продукция етештерә башлай. Тегеү цехында һалдаттар һәм офицерҙар өсөн кәрәкле кейем-һалым тегелә, урман эшкәртеү заводы саңғылар һәм снарядтар өсөн йәшниктәр эшләй, машина ремонтлау заводында хәрби техника ремонтлана. 1940 йылда сафҡа ингән һөт-консерва комбинатының продукцияһы тулыһынса фронтҡа оҙатылып тора. Шулай уҡ мәләүездәр фронтҡа бөтәһе 410 ҡыҫҡа тун, 1713 пар быйма, 267 һырылған салбар һәм башҡа бик күп кәрәк-яраҡ ебәрә.
1941 йылдың июнь айында комбинат бинаһында асылған йәшелсә киптереү цехы яуҙағылар өсөн ит, картуф, йәшелсә, эремсек киптерә башлай.
Һуғыштың өсөнсө көнөндә үк үҙәк урам (әлеге Ленин урамы) буйлап фронтҡа оҙатыласаҡ 100 машина теҙелә. Ун бишенсе көнгә райондан тағы байтаҡ техника оҙатыла.
Колхоз һәм совхоздарҙа эшләгән ҡатын-ҡыҙ тракторсы, комбайнсы һөнәрҙәренә уҡып сығып, штурвал артына ултыра. Бары тик ир-егеттәр генә башҡара торған ауыр эш уларҙың иңдәренә ята. Улар һынатмай, фронтты барлыҡ кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеп тора.
1941-1945 йылдарҙа беҙҙең райондан Бөйөк Ватан һуғышына бөтәһе 15 мең кеше алына. Улар дошман илбаҫарҙары менән ҡаты алышта һынатмай, немец ғәскәрҙәрен тар-мар итә. Илебеҙ азатлығы өсөн көрәштә ҡурҡыу белмәҫ 11 яҡташыбыҙ Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Уларҙың өсөһө - Мәләүездән. Лётчик Василий Синицын, немец фашистарына һөжүм иткәндә барлығы 365 осош яһаған кеше булараҡ билдәле.
Советтар Союзы Геройы Сергей Гуреев 1918 йылда Мәләүездә тыуған. Мәктәптән һуң ул ҡала МТС-ында слесарь булып эшләй. 1939 йылда Ҡыҙыл Армия сафына алына. Фрунзе исемендәге хәрби училищены тамамлай. Брянск, Воронеж, 1-се Украина фронтында ҡатнаша. 1943 йылдың сентябрь айында ул Днепр йылғаһы аша танкылар сығарыусы мотопаром менән оҫта етәкселек итә.
Советтар Союзы Геройы Николай Черных 1924 йылда тыуған. Ҡыҙыл Армияға 1942 йылда алына. Фронтта пулеметсылар менән етәкселек итеп, үҙен ҡыйыу яугир итеп таныта.
Ҡаһарман яҡташтар араһында Дан орденының тулы кавалеры исеменә лайыҡ булғандар ҙа бар. Данлыҡлы Мәләүез еренең Ағиҙел, Нөгөш, Ашҡаҙар, Һуҡайлы буйында тыуып үҫкән ул һәм ҡыҙҙарының ил алдындағы батырлыҡтары төрлө орден һәм миҙалдар менән билдәләнә. Дошман менән аяуһыҙ алышҡа киткән ун биш мең яҡташтың алты меңдән ашыуы тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайта алмай.
Ил-халыҡ өсөн ҡорбан булғандар һәйкәл булып ҡалҡһа, һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡандар тыныс тормошто күреү бәхетен татыны.
Эйе, беҙ онотманыҡ һәм онотмаясаҡбыҙ. Яугир яҡташтарҙың батырлығы менән ғорурланабыҙ, уларҙың ҡаҡшамаҫ рухы алдында баш эйәбеҙ...