Конгэк
-25 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар

Рәми Ғарипов образы илһамландыра

Фильм барыбер төшөрөләсәк, тажлы вирус тажын һалһын да.

"Мәҙәниәт" милли проекты буйынса республикала "Ижади кешеләр" программаһы милләттең ижади шәхестәрен асыу, улар өлгөһөндә йәш быуынды тәрбиәләү өсөн шарттар тыуҙырыла. Һуңғы йылдарҙа кино төшөрөү сәнғәте үҫеше ҡыуандыра. Мәҙәниәттең был төрөн нәҡ йәштәр үҙ итә. Режиссер Булат Йосопов "Сөмбөлдөң етенсе йәйе", "Оҙон-оҙаҡ бала саҡ", "Айыу", "Арҡайым сере", "Бабич", "Беренсе республика" һәм башҡа фильмдары аша тамашасыға яҡшы таныш.
Ул тағы ла «Рәми. Шағир көндәлеге» нәфис фильмының кинопробаһын тәҡдим итте. Ул Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповҡа арналған. Кадрҙар Өфөнөң Матбуғат йортонда төшөрөлгән. Төп геройҙы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры актеры Артур Ҡунаҡбаев уйнай. Рәми Ғарипов тураһында фильм — «Беренсе Республика» трилогияһының һуңғы өлөшө.