Конгэк
+20 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
16 Октябрь 2020, 17:15

Уларҙы һуғыш йылдары сыныҡтырған

Ауыр йылдар уларҙы иртә сыныҡтыра, быуындары ла ҡатмаған балалар ололар менән бер сафҡа баҫып, тылда Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн тырыша.

Йәшлек таңында осрашып, тормош юлын парлы мөхәббәт ҡанаттарында үтеп, ғүмер көҙөн бергә ҡаршылаған бәхетле пар Фирүзә һәм Таһир Абдуллиндар - һуғыш балалары. Ауыр йылдар уларҙы иртә сыныҡтыра, быуындары ла ҡатмаған балалар ололар менән бер сафҡа баҫып, тылда Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн тырыша.
Оҙон тормош юлы күгендә гел генә ҡояш та балҡып тормағандыр, ҡара болоттар ҡуйырғанда ла аҙашмай, һынауҙарҙы еңеп сығырға бер-береһенә булған һөйөү хисе, тоғролоҡ, ышаныс ярҙам иткән. Күҙ ҡарашынан, ярты ауыҙ һүҙҙән аңлашып йәшәгән пар үткәндәргә рәхмәтле, ғорурланырлыҡ уңыштар етерлек, айырыуса нәҫел ебен дауам итерлек лайыҡлы балалар үҫтергәндәренә һөйөнөп бөтә алмай ололар. Әхлаҡи сифаттар менән бергә тырышлыҡҡа, эшһөйәрлеккә, бер ваҡытта ла сигенмәй, ауырлыҡтарҙы еңеп алға барырға өйрәтә улар.
Быйыл 85 йәшен тултырған Таһир Сабир улы, атаһы һуғышҡа киткәндә бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, биш бала менән яңғыҙ ҡалған ауырлы әсәһенең уң ҡанатына әйләнә. Ғаиләлә иң өлкәне булмаһа ла, барыһы өсөн дә яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алып, туғандарына белем алырға, аяҡҡа баҫырға ярҙам итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атаһын балалар башҡа күрмәй – ул ғәзиздәренең яҡты киләсәге өсөн яуҙа башын һала.
Таһир ағай ҙа, егет ҡорона еткәс, Ватан һағына баҫа. Өс йыл дауамында изге бурысын үтәп ҡайтҡас, “Осҡон” колхозында тыныс хеҙмәт юлын дауам итә. Һәр эште еренә еткереп үтәгән тырыш водителгә хужалыҡтың баш автомеханигы вазифаһын йөкмәтәләр. Әле лә 85 йәшлек Таһир Сабир улы – руль артында. Һөйөклөһөн ултыртып, тиҙ генә балаларҙың хәлен белеп, һағыныуҙарын баҫып ҡайталар. Фирүзә апай ҙа теремек - аш-һыуға оҫта хужабикәнең күстәнәстәре лә һәр саҡ әҙер.
Бына улар инде алтмыш йыл йомшаҡ та, сәнскеле лә тормош йомғағын бергә һүтә. Икеһе лә Федоровка районының Ҡораласыҡ ауылында тыуып, кесе йәштән бер-береһен белеп, бергә үҫәләр. Бала саҡ дуҫлығы ерлегендә оло мөхәббәт бөрөләнә, сәскә ата. Һөйөү ҡайнарлығын һүндермәй һаҡлап ҡалыуҙа ҡатын-ҡыҙҙың наҙы, сабырлығы, хәстәрле, иғтибарлы булыуы мөһим. Стәрлетамаҡ медицина техникумын тамамлап, ғүмер буйы фельдшер булып эшләгән Фирүзә Ғаяз ҡыҙы ҡәҙерлеһенең йөрәгенә һәр саҡ асҡыс, күңеленә дауаһын таба белә, ауыр саҡта иңен ҡуя. Мәләүезгә күсеп килгәс тә, халыҡ һаулығы һағына баҫа ул – химия заводы поликлиникаһында медсестра булып эшләй. Ә Таһир ағай ремонт ремонт бригадаһын етәкләй, хаҡлы ялға сыҡас, үҙ эшен аса. Үткән ғүмер юлы данын ғаилә архивындағы күп һанлы Маҡтау грамоталары, орден, миҙалдар һаҡлай.
Читайте нас: