Конгэк
+16 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

ТОРНАЛАР

Ҡанлы яуҙан ҡайтмай ҡалған ирҙәр ,Әйтерһең дә, ергә аумаған.Ул һалдаттар, аҡ торналар булып,Осоп киткән зәңгәр һауаға.

Ҡанлы яуҙан ҡайтмай ҡалған ирҙәр,
Әйтерһең дә, ергә аумаған.
Ул һалдаттар, аҡ торналар булып,
Осоп киткән зәңгәр һауаға.

Әле һаман ошо яугирҙәрҙең
Тауыштары килә алыҫтан.
Юҡҡамы ни, һауаларға ҡарап,
Күңелебеҙ тула һағышҡа.

Ҡанаттары талып, ҡош сылбыры
Оса таңда, оса кисен дә.
Шул сылбырҙа кескәй буш урын бар,
Ул буш урын минең өсөндөр!

Бер көн мин дә торна сылбырында
Юғалырмын инеп томанға.
Йәнем иңрәр моңһоу бер ҡош һымаҡ,
Ерҙәгеләр ғәзиз булғанға.
Рәсүл ҒАМЗАТОВ
(Рауил Бикбаев тәржемәһе).
Читайте нас: