ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Үлемһеҙлек һалдаттарының береһе ул

Илебеҙ халҡы быйыл Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуҙың 76 йыллығын билдәләй. Дәһшәтле яу йылдары үтте, әммә һулышы ҡалды һәм ул ауыр яра булып халыҡ күңелендә әле һаман йәшәй.Һуғыш ветераны Тимербулат Ямалетдиновтың хәтеренән күп иҫтәлектәр юйылһа ла, һуғыш йылдарында күргән ауырлыҡтарҙы яҡшы хәтерләй. Ҡайһы мәлдәрҙә оло быуын вәкиле тик шул осор хәтирәләре менән йәшәй тиһәң дә арттырыу булмаҫ. Яңы ғына булған ваҡиғаларҙы онотһа ла, үҙе теләп фронтҡа юлланғанда үҫмер генә булыуын, унда күргән михнәттәрҙе яҡшы иҫләй.

Илебеҙ халҡы быйыл Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуҙың 76 йыллығын билдәләй. Дәһшәтле яу йылдары үтте, әммә һулышы ҡалды һәм ул ауыр яра булып халыҡ күңелендә әле һаман йәшәй.
Һуғыш ветераны Тимербулат Ямалетдиновтың хәтеренән күп иҫтәлектәр юйылһа ла, һуғыш йылдарында күргән ауырлыҡтарҙы яҡшы хәтерләй. Ҡайһы мәлдәрҙә оло быуын вәкиле тик шул осор хәтирәләре менән йәшәй тиһәң дә арттырыу булмаҫ. Яңы ғына булған ваҡиғаларҙы онотһа ла, үҙе теләп фронтҡа юлланғанда үҫмер генә булыуын, унда күргән михнәттәрҙе яҡшы иҫләй.
-1943 йылдың сентярендә үҙем теләп фронтҡа киттем. Киләсәк быуын тыныс, бәхетле йәшәһен өсөн ун етенсе йәшем менән барғанда ҡулыма ҡорал алырға мәжбүр булдым. Ул саҡта беҙҙең быуындан өйҙә ятып ҡалырға теләгән кеше булманы ла шикелле, - тип хәтер йомғағын яйлап ҡына һүтә ветеран.
Ғаиләлә берҙән-бер бала булған егетте, әлбиттә, яҡындарының яу ҡырына ебәргеһе килмәй. Әммә алдына ҡуйған маҡсатынан тайпылмай ул. Башта Ҡытай сигендә, аҙаҡ 1945 йылдың 9 авгусынан 3 сентябренә тиклем 333-сө уҡсылар полкында Япония милитаристарына ҡаршы һуғыша. Йәш һалдаттың юлында бейеклектәр ҙә, ҡаршылыҡтар ҙа күп осрай, әммә сигенеүҙәр генә булмай. Яуҙаштары менән бергә дошман пуляһы аҫтынан тик алға ҡарап бара. Ҡаты яуҙарҙың береһендә яраланып, госпиталгә эләгә. Әммә уның хәрби юлы уның менән генә тамамланмай.
-Һуғыштан һуң да илебеҙ тыныслығы өсөн хеҙмәт итеүемде дауам иттем. Приморье крайында самолеттарҙы һаҡлау посында торҙом. Һаулыҡ яғы насарайғас ҡына 1952 йылда тыуған төйәккә ҡайтырға насип булды, - ти ул. Тормошондағы һәр эпизодты, телгә алған даталарҙы ҡат-ҡат иҫенә төшөрөп, ҡабатлап яҙҙырыуынан фронтовиктың тарихи хәтергә тоғро ҡалырға теләгәнен тойомларға мөмкин.
Һуғыштан ҡайтҡас, Күгәрсен районында Йомағужа ауылында “Красный маяк” колхозында малсы булып эшкә урынлаша. Йәшләй генә ҡан ҡойғос һуғышта ҡатнашып, үлем менән күҙмә-күҙ осрашҡан һалдаттың артабанғы тормошо тик бәхетле генә булырға тейеш тә бит... Тик яҙмышы уға шатлығын да, һағышын да йәлләмәй бирә. Ун бер балаға атай булған Тимербулат Ямалетдинов ике тапҡыр тол ҡала. Әлеге ваҡытта Ҡотош ауылында Әкрәм улы һәм Альмира килененең ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәй. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, илдә барған ваҡиғалар менән ҡыҙыҡһына, намаҙ уҡый, балалары, 19 ейән-ейәнсәре, өс бүлә-бүләсәренә, ғөмүмән, бөтә кешелеккә изге теләктәрен теләп, доға ҡыла. Теләктәренең иң мөһиме, әлбиттә, ил-көндөң тыныс тороуы.
-Һуғыш булмаһын, аяҙ күгебеҙҙе һөрөм ҡапламаһын, киләсәк быуын яҡшы йәшәһен ине. Беҙ күргән михнәтте балалар күрмәһен, - ти һуғыш ветераны.
Читайте нас: