Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Ҡыйыуҙар һаҡлай Ватанды

- Минең Афғанда хеҙмәт итеүем хаҡында хатта ата-әсәйем дә белмәне. Яҙған хаттарҙы Термез ҡалаһына алып китәләр ине, улар шунан тыуған яҡҡа ебәрелде. Дөрөҫлөктө ауылға отпускыға ҡайтҡас ҡына әйтергә тура килде, - ти әңгәмәсем.

Ватанды һаҡлау - ир-егет иңенә төшкән яуаплы ла, изге лә бурыс. Армия хеҙмәтен лайыҡлы үткән, ил сиген дошмандан һаҡлаған ҡаһармандар иһә айырым хөрмәткә эйә.
Яҡташыбыҙ Азамат Әғзәмов әрмегә 1987 йылда алына. Үзбәкстан Республикаһының Термез ҡалаһында хәрби уҡыу үткәндән һуң, уларҙы Дүшәмбегә оҙаталар. Артабанғы хеҙмәтен ул Афғанстанда мина эҙләүсе эттәрҙең вожатыйы булып дауам итә. Мотоманевр төркөмөнә, инженер-сапер взводына Рекс исемле эте менән бергә ебәрелә.
Төп хеҙмәт урыны Афғанстандың Балх провинцияһында булһа ла, уларға Мәзәри-Шәриф ҡалаһына һәм башҡа ерҙәргә йөрөргә тура килә.
- Минең Афғанда хеҙмәт итеүем хаҡында хатта ата-әсәйем дә белмәне. Яҙған хаттарҙы Термез ҡалаһына алып китәләр ине, улар шунан тыуған яҡҡа ебәрелде. Дөрөҫлөктө ауылға отпускыға ҡайтҡас ҡына әйтергә тура килде, - ти әңгәмәсем.
Илебеҙ тарихында булған афған һуғышында ул 1988 йылдың апреленән 1989 йылдың 15 февраленә тиклем була. Беҙҙең ғәскәрҙәр сығарылған һуңғы көндә ул хеҙмәтен артабан дауам итер өсөн йәнә Үзбәкстан Республикаһының Термез ҡалаһына юллана. 1989 йылдың ноябрендә, егетлек бурысын тулыһынса үтәп, тыуған яғына әйләнеп ҡайта.
Армиянан һуң ул Мәләүезгә килеп төпләнә, ғаилә ҡора, ҡаланың төрлө ойошмаларында тырышып эшләй.
Ғәҙәттә, сит тарафта йөрөгән саҡта үҙ ереңдең, яҡындарыңдың ҡәҙере нығыраҡ беленә, Азамат Сиражетдин улы ла: «Унда саҡта хатта үҙебеҙҙең ҡойо һыуына тиклем һағына торғайным», - тип хәтирәләрен барлай.
Бында ҡайтҡас, үҙе менән хәрби хеҙмәттең бөтә ауырлығын күтәргән хеҙмәттәштәрен, шул иҫәптән тоғро дуҫын – Рексын - һағына.
- Яҡташ егеттәр күп булды армияла, әле лә улар менән тығыҙ бәйләнеште өҙмәйбеҙ. Сит өлкәләрҙә йәшәгәндәрен интернет аша эҙләп таптыҡ, аралашып торабыҙ, - ти әңгәмәсем.
Бөгөн хәрби хеҙмәткә ҡараш башҡасараҡ кеүек булһа ла, үҙен егет тип һанаған һәр кем был тормош мәктәбен мотлаҡ үтергә тейештер, сөнки тап ул көслө затта үҙаллылыҡ, ныҡлы ихтыяр көсө, илһөйәрлек кеүек тойғо тәрбиәләргә һәләтле.
Ил сиген һаҡлау кеүек изге бурысты ла һәр кемгә ышанып тапшырмайҙар, уны яҡташыбыҙ Азамат Әғзәмов кеүек ҡурҡыу белмәҫ һалдаттар һаҡлай.
Читайте нас: