Конгэк
-2 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

16 июндә Салауат Юлаевтың тыуған көнө билдәләнә

Пугачев бунтында ҡатнашыусыларҙың барыһы ла ғүмерлек һөргөнгә ебәрелергә, ә исемдәре мәңгегә онотолорға, телгә алынмаҫҡа тейеш була. Ошо манифест буйынса властар урындарҙа баш күтәреүселәрҙең исемдәрен телгә алыусыларҙы аяуһыҙ эҙәрлекләй. Әммә ул бөгөн дә халыҡ хәтерендә йәшәй. Уның тыуған ере, халҡы ышанысын, башҡорттарҙың азатлыҡ һөйөүсе рухын йөрөткән буйһонмаҫ образы Республикабыҙ символының айырылғыһыҙ өлөшө.

16 июнь - башҡорт халҡының милли батыры, милләткә тоғролоҡ, рухи ҡаһарманлыҡ символы Салауат Юлаевтың тыуыуына 267 йыл. Салауат Юлаев 1754 йылда Себер даруғаһының Шайтан-Көҙәй олоҫо старшинаһы Юлай Аҙналин ғаиләһендә тыуған. Тикшереү ваҡытында Салауат үҙен Өфө өйәҙенең Тәкә ауылында тыуған, ә Юлай ауылында йәшәгән тип күрһәтә. Тарихсылар билдәләүенсә, Салауаттың атаһы Юлай Аҙналинды мал йыйған бай старшиналарға индереп булмай. Ул башҡорттарҙы аҫаба ерҙәрен һатыуға өндәгән, үҙҙәре өсөн файҙалы шарттарҙа тимер юл заводтары төҙөү өсөн ер һатып алыу йәки ҡуртымға алыу тураһындағы закондарҙы аңлы рәүештә боҙған губерна хакимиәте вәкилдәренә ҡаршы көрәшкән. Сауҙагәр Твердышев Юлай Аҙналин биләмәһендәге ерҙәрҙе Сим заводына тартып ала, башҡорт ерҙәре бөлгөнлөккә төшә, шуға күрә лә Юлай Аҙналин менән уның ун туғыҙ йәшлек улы Салауат Емельян Пугачев етәкселегендәге хәрәкәткә ҡушыла. Салауат Юлаев 1773-1775 йылғы крәҫтиәндәр һуғышы башланғандан алып баш күтәргән бөтә Башҡорт иле менән етәкселек итә. Уны батша властары 1774 йылдың 24 ноябрендә ҡулға ала, ә атаһы Юлай Аҙналинды унан да алда әсиргә алған булалар. Бығау һалып, улар Мәскәүгә оҙатыла. Салауатты тотҡандан һуң ун ай үткәс, 1775 йылдың сентябрендә, атаһы менән бергә язаға тарттырыла. Бөтә халыҡ алдында икеһен дә 175 тапҡыр ҡамсы менән һуҡтыралар. Бер айҙан һуң танау япраҡтарын өҙөп алалар, маңлайҙарына һәм йөҙҙәренә келәймә баҫтыралар. 1775 йылдың 2 октябрендә ҡул-аяҡтары бығауланған Салауат менән Юлай һаҡ аҫтында Рогервик ҡәлғәһенә (хәҙерге Эстонияның Палдиски ҡалаһы) мәңгелек каторгаға оҙатыла. Салауат Юлаев менән атаһы ҡалған ғүмерен ошонда үткәрә. 1775 йылдың 17 мартында императрица Екатерина II-нең махсус манифесы индерелә. Уға ярашлы, Пугачев бунтында ҡатнашыусыларҙың барыһы ла ғүмерлек һөргөнгә ебәрелергә, ә исемдәре мәңгегә онотолорға, телгә алынмаҫҡа тейеш була. Ошо манифест буйынса властар урындарҙа баш күтәреүселәрҙең исемдәрен телгә алыусыларҙы аяуһыҙ эҙәрлекләй. Салауат һөргөндә 1800 йылдың 26 сентябрендә вафат була. … Салауатты бөгөн дә хөрмәтләп иҫкә алалар. Яҡты донъянан киткәндә Салауатҡа ни бары 46 йәш була, шуның 25 йылын тотҡонлоҡта үткәрә. Халыҡ хәтерендә ул йәш, 20 йәшлек шағир, полководец, үҙ иңендә – халҡы ышанысын, ә ялҡынлы йөрәгендә башҡорттарҙың азатлыҡ һөйөүсе рухын йөрөткән милләттең данлы улы, буйһонмаҫ образы Республикабыҙ символының айырылғыһыҙ өлөшө.
Читайте нас: