Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Тыуған көнөң менән, Салауат!

Бөгөн бөйөк шәхестәребеҙҙең береһе, милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған көнө.

УРАЛЫМ
Ай Уралым, Уралым,
Күгәреп ятҡан Уралым!
Нурға сумҒан түбәһе -
Күккә ашҡан Уралым!
Һине маҡтай йырҙарым,
Һине данлай йырҙарым.
Төнөн күккә ай ҡалҡһа,
Алтындай балҡый Уралтау.
Көндөҙ күккә көн ҡалҡһа,
Көмөштәй балҡый Уралтау,
Биттәреңдә, Уралтау,
Ҡамыштай ҡарағай урманың,
Итәгеңдә, Уралтау,
Балаҫтай болон-ҡырҙарың.
Күҙҙең яуын алалар
Аҡ, һары, ал сәскәләр.
Сәскәләр менән һандуғас
Тәңреңә тәсбих әйтәләр.
Ҡыҙарып ҡалҡҡан ҡояшты
Һайрап ҡаршылай ҡоштарың,
Тонйорап батҡан ҡояшты
Һайрап ҡаршылай ҡоштарың.
Ай Уралым, Уралым,
Һылыу ҙа һылыу Уралым!
Һүҙем бөтһә лә телемдә,
Йырым бөтмәне, Уралым!
Маҡтап ҡурай уйнаһам,
Бөтмәй ҙә торған көй булыр.
Данлап йырын йырлаһам,
Бөтмәй ҙә торған йыр булыр.

Салауат ЮЛАЕВ.
Читайте нас: