Конгэк
-2 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар

Улар башҡалар ғүмерен һаҡлап ҡалды

24 июндә өйрәтеү осошо ваҡытында вертолет фажиғәгә тарый. Санкт-Петербургта вертолет һәләкәтендә Башҡортостан егете һәләк була. Уны үлгәндән һуң наградаға тәҡдим итәләр.

24 июндә өйрәтеү осошо ваҡытында Санкт-Петербургта вертолет һәләкәткә осрай. Летчиктар аҙаҡҡа тиклем вертолетты ергә ултыртырға тырыша. Тораҡ йорттар өҫтөнә төшөп, халыҡҡа зыян һалмаҫ өсөн ҡолап барған машинаны ситкә алып китеүгә өлгәшә. Вертолет тораҡ йорттарҙан 200 метр алыҫлыҡҡа ҡолай. Росгвардияның Санкт-Петербургта һәләкәткә тарыған Ми-8 вертолет экипажын ҡаһарманлыҡ һәм героизм күрһәткәне өсөн үлгәндән һуң награда тәҡдим итәләр. Был турала ТАСС хәбәр итә. Улар - Башҡортостандан егете - өлкән лейтенант Рәмил Сөләймәнов, шулай уҡ майор Николай Мулюкин һәм капитан Денис Куликов. Фото: интернеттың асыҡ сығанаҡтарынан.
Автор:Aйзиряк Ишбулатова
Читайте нас: