Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар

Башҡорт телен донъя кимәленә күтәргән урыҫ егете

Вячеслав Чернев - донъяла билгеле полиглот. Үҙенең көсө менән ҡыҫҡа ваҡыт эсендә күп телдәрҙе өйрәнә. Әлеге ваҡытта ул идеаль рәүештә 10 телде белә, тағы 20 телдә иркен һөйләшә ала һәм яңы телдәрҙе өйрәнеүен туҡтатмай.

Вячеслав Чернев - донъяла билгеле полиглот. Үҙенең көсө менән ҡыҫҡа ваҡыт эсендә күп телдәрҙе өйрәнә. Әлеге ваҡытта ул идеаль рәүештә 10 телде белә, тағы 20 телдә иркен һөйләшә ала һәм яңы телдәрҙе өйрәнеүен туҡтатмай. Ошо телдәр араһында уның күңеленә бигерәк тә башҡорт теле инә, үҙенең матурлығы, тәрәнлеге һәм байлығы менән. Тел аша Вячеслав шул уҡ саҡта халыҡтың тарихы һәм мәҙәниәте менән таныша. Ваҡытында ул БСТ телеканалында «Я учу башкирский язык» тигән тапшырыуҙы алып барҙы, ә әле башҡорт теленә бәйле фәнни эш менән шөгөлләнә, беҙҙең телде хаҡлы донъя кимәленә күтәрә.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ата-әсәләр ойошмаһы менән осрашыуҙа Вячеслав башҡорттарға үҙ мөрәжәғәтен еткерҙе. Уның һүҙҙәре бик тәрән, мәғәнәле һәм фәһемле. Уны тыңларға кәрәк.
Фото Интернеттан.
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: