Конгэк
+17 °С
Болотло
TelegramОКVKdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Моряк һәр ваҡыт моряк булып ҡала

25 июль - Хәрби-диңгеҙ флоты көнө, беҙҙең ғаилә өсөн иң мөһим байрамдарҙың береһе. Атайым, Ишбулатов Самат Сынбулат улы, бала саҡтан сит ҡитғалар хаҡында, моряк булырға хыяллана. Хыялы тормошҡа аша - өс йыл Тымыҡ океан хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл беренсе тапҡыр был байрамды атайымдан башҡа ҡаршылайбыҙ. “Моряк – ул ғүмерлек, ул исемгә тап төшөрөргә ярамай” тигән һүҙҙәре бөгөн инде васыят булып яңғырай.  

Моряк һәр ваҡыт моряк булып ҡала
Моряк һәр ваҡыт моряк булып ҡала

Инде буй еткергән ҡыҙҙар атаһы, ир уҙаманының сабыйҙарса һоҡланыуын, ихлас ҡыуаныс, бәхет кисергән мәлен күргәнегеҙ бармы?..

Йәйге эҫе көн, Нөгөш һыуһаҡлағысында беҙ апайым һәм атайым менән катерҙа еләбеҙ. Йәйрәп ятҡан диңгеҙҙе ярып алға осҡан катер тиҙлеге артҡан һайын һыу тамсылары ҡояш нурҙарында йәйғор төҫтәре менән уйнай-уйнай биткә сәсрәй. Көтмәгәндә  ҡаршы тулҡындарҙың береһе кәмәне ырғытып ебәрә, һалҡынса һыу менән беҙҙе баштан-аяҡ ҡойондороп үтә, беҙ саҡ ҡоламай ҡалабыҙ. Хайран итерлек күренеш, быны үҙ күҙең менән күрергә кәрәк: атайымдың йөҙө ҡояштай балҡый, күҙҙәрендә - һүҙ менән аңлата алмаҫлыҡ шатлыҡ, бәхет осҡондары бейей, үҙе балаларса ихлас көлә... Күрәһең, ул дежавю хәлендә булғандыр, йәғни килеп бәрелгән тулҡын океан киңлектәрен иңләгән йәш сағына алып ҡайтҡандыр: Тымыҡ океан флотында хеҙмәт иткәндә ярты Ер шарын урап ҡайтҡан сағы, бер туҡтауһыҙ ҡыҙҙырған ҡояшта янған йәп-йәш моряктар, тирә-яҡта осо-ҡырыйы күренмәгән дарья зәңгәрлеге, оҙатып барған шаян дельфиндар, төрлө төҫтә ялтырашҡан мөғжизәле балыҡтар күҙ алдына баҫҡандыр... Кеше шатлығына шаһит булғанда үҙең дә ҡыуаныс кисерәһең, был минутта беҙҙән дә бәхетле кеше булмағандыр. Шул ваҡыт атайымдың тәбиғи көсө һыу икәнлеген, ә моряк һәр ваҡыт моряк булып ҡалыуын аңланым. Ҡурҡыу ҙа юҡҡа сыҡты–ышаныслы ғәзиз кешең янында тыныс һәм рәхәт ине.

Бала саҡ хәтирәләрендә лә ошо тойғо иҫтә ҡалған: баһадир кәүҙәле көслө атай янында бер нәмә лә ҡурҡыныс түгел, уның ҙур, һәр ваҡыт йылы усында кескәй ҡул иреп юғала, клеш салбар, моряк атайҙың аҙымдары палубала йөрөгән кеүек киң, мин өс-дүрт баҫҡанды бер баҫа, әммә мин бәхетле һәм ғорур.

Атайым, Ишбулатов Самат Сынбулат улы, әҙәм балаһына Хоҙай бүләк иткән иң хозур төбәктәрҙең береһе Мәләүез районының Түбәнге Таш ауылында ун баланың араһында 3-сө булып донъяға килә. 1962 йылдың 15 авгусында яңғыраған сабый ауазы, ауыл һыйынып ултырған Аллаһ исеме яҙылған Таллы тауына етеп, Илаһи Раббының фатихаһын алғандыр, ә икенсе яҡтан уратып аҡҡан йылғыр Нөгөш йылғаһы сафлығы, ҡыйыулығы менән бүләкләгәндер.  Йылғаның таҙа, һалҡын һыуында ҡойоноп, ҡаяларға үрмәләп сынығып үҫә ул. Бала саҡтан бергә йәшәгән Мәғиә өләсәһенә эйәреп, урман-ҡырҙарҙы байҡап, тәбиғәт серҙәрен аса.

Күмәк үҫһәләр ҙә, ығы-зығы булмай ғаиләлә. Тыныс холоҡло атай-әсәһенең тауыш күтәргәнен дә иҫләмәй ул. Малайҙар араһында бәхәс ҡупһа ла, уларҙың дәғүәһе үҙ-ара аңлашып хәл ителә. Ә сәсән телле атаһы йоҙроҡҡа түгел, уйын-көлкөгә өҫтөнлөк бирә. Ыҙғышты шаярыуға әйләндереп ебәрә, ҡайһы ваҡыт сәмгә тейеп оялтып та ҡуя. Сынбулат олатай Күмертау ҡалаһын, Нөгөш һыуһаҡлағысын төҙөгәндә ҡатнашҡан. Аҙаҡҡы йылдарҙа Ленин колхозында эшләй. Мафруза өләсәй шул уҡ колхозда ғүмер буйы сөгөлдөр үҫтерә. Ә балалар– тәүге ярҙамсы. Башҡорт йолаһы буйынса атай-әсәй абруйы көслө була. 40-сы йылдарҙа уҡ тол ҡалған олатайымдың әсәһе Мәғиә ваҡытында, Түлгәндә эшләгән улын ҡайтартып, үҙе һайлаған ҡыҙға өйләндерә, һәм үҙе 83 йәшкә тиклем йорт ҡотон һаҡлап, киленен ҡыҙы кеүек күреп йәшәй.

Ошо мөхиттә үҫкән атайым ғорур, эшһөйәр, ғәҙеллек яратҡан, дуҫлыҡтың ҡәҙерен белгән, кешелекле, ярҙамсыл булып  үҫә. Һыу һөлөгө кеүек буй-һынлы, эскерһеҙ асыҡ ҡарашлы егетте тәрән аҡыл, рух байлығы биҙәй. Һуңғы тикшеренеүҙәрҙән асыҡланыуынса, ырыуҙың затлы хан тоҡомо, тәбиғи булмышы ла үҙ ролен уйнағандыр. Тыуған яғына ғашиҡ илһөйәр күңел торошон, тормошҡа һөйөүен, уй-кисерештәрен гармун телдәре аша йыр-моңға ҡушып еткерә. Гармун уның ғүмерлек юлдашы, серҙәшенә әүерелә.

Ауылда өсөнсө класты тамамлағас, Нөгөш мәктәбендә белем ала. Ҡышҡы һалҡында интернатта ятып уҡыһалар ҙа, ер ҡарҙан асылыу менән тыуған яғының хозур тәбиғәтенә һоҡланып, көн дә йәйәү йөрөүҙе артыҡ күрә ул. “Ташморон ҡаяһы башынан иҫ киткес гүзәллек асыла, мәктәптән ҡайтҡанда малайҙар менән унда менеп, самолет осорған, пландар ҡорған саҡтар иң бәхетле мәл булараҡ һағындыра бөгөн дә. Беҙҙең бала саҡ кинәнеп һыу ҡойоноп, уйнап-көлөп үтте, әлеге ваҡыттағы кеүек аң-зиһенде томалаған интернет селтәре юҡ. Эш тә етерлек булды, ял да иттек, халыҡ татыу, ишектәр асыҡ ине.  Ғөмүмән, беҙ рәхәт йәшәнек, иртәгәһе көнгә ышаныс менән ҡарап, яҡты хыялдар ҡора инек. Ул осорҙа матди байлыҡ түгел, ә юғары идеалдар, илһөйәрлек тойғоһо биләй ине бәхетле заман  балалары күңелен. Мин сит ҡитғалар хаҡында хыялландым, һис шикһеҙ, моряк булырымды белә инем. Ауылда берҙән-бер моряк - әсәйемдең ике туған ҡустыһы Миһран ағай. Уны ныҡ яраттым, ул да яҡын күрҙе. Унынсы кластан һуң мине Өфөгә уҡырға алып китте. Уның бабаһы, әсәйемдең бер туған ағаһы БАССР-ҙың өлкә комитетында эшләгән саҡ. Юғары уҡыу йортонда уҡығандарға армияны кисектерәләр, ә минең хәрби диңгеҙ флотында бик ныҡ хеҙмәт иткем килә. Шуға күрә армияға тиклем ауылда атайыма ярҙам итергә ҡарар иттем.

Ә 1980 йылдың 27 октябрендә мине армияға алдылар.Ошо осорҙа бер туған  Рим ағайым Тымыҡ океан хәрби-диңгеҙ флотында һуңғы йыл хеҙмәт итә ине. Мин дә шул  уҡ Тымыҡ океан флотына  эләктем. Тәүге 6 айҙа ағайымдарҙың Владивосток базаһынан йыраҡ түгел Урыҫ (Русский) утрауында артиллерист һөнәрен үҙләштерҙем, тик уның менән күрешергә яҙманы. 1981 йылдың апрелендә беҙҙе кораблдәргә тарата башланылар. Мине Камчатка ярымутрауына һыу аҫты кәмәләренә ҡаршы  дивизионға ебәрҙеләр. Шулай итеп, хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт итә башланым. Төрлө хәлдәр күп булды. Унда шундай йола бар: барғас та 1 литр диңгеҙ һыуы эсереп, моряктар сафына ҡабул итәләр. Тәүге осорҙа “диңгеҙ сире” йонсотто. Бер нисә ай йә яртышар йыл ҡороға аяҡ баҫмай торғайныҡ. 1982 йылда икенсе кораблдә сит илгә,  йәғни алыҫ походҡа ебәрҙеләр. Командир айырым саҡыртып алып хәбәр иткәс, ышанмай торҙом - мин, ябай ауыл малайы, күп сит илдәр күрәсәкмен - ҡыуанысымдың сиге юҡ ине. Беҙ йыл ярымлыҡ походҡа Африка  яҡлап  Югославияға барҙыҡ. Күп илдәрҙе  күреү насип булды: Вьетнам, Сингапур, Эфиопия, Сокотра утрауында Йемен, Төркиә, Суэц каналын үткәндә Сәғүд Ғәрәбстаны, Мысыр. Югославияның байтаҡ ҡалаларында булырға  тура килде. Ҡайтҡас “За дальний поход” тигән түш билдәһе менән бүләкләнеләр. Артабан хеҙмәтемде үҙебеҙҙең кораблдә дауам иттем. 1983  йылдың 27 ноябрендә тыуған яғыма ҡайттым. Шулай итеп бала саҡ хыялы ғәмәлгә ашты. Армияла алған һабаҡ, сынығыу тормошта ла ярҙам итә. Моряк - ул хеҙмәт йылдары ғына түгел, ә ғүмерлек - был исемгә тап төшөрөргә хаҡың юҡ,” - тип һәр ваҡыттағыса йәшәү кредоһы менән һүҙен тамамлай ине атайым.

Ысынлап та, атайым был исемгә тоғро ҡала. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, намыҫ менән еренә еткереп башҡара. 24 йыл ғүмерен химия заводына бирә, металл ҡоролмалары заводында ла һынатмай. Хаҡлы ялға сыҡҡансы, төньяҡ тарафтарында “Себер көсө” (“Сила Сибири” ) газ үткәргесен төҙөүҙә лә ҡатнаша. Ололарға ихтирамлы, кеселәргә кеселекле, йор һүҙле атайымды бар ерҙә хөрмәт итәләр.

Ғөмүмән, уның һымаҡ хәстәрлекле, йомарт, оло йөрәкле кеше һирәктер. Бар туғандарына ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер, әсәйемә лә ышаныслы терәк булды, тормош һынауҙарын бергә еңеп сыҡтылар. Олатай булыу бәхетен дә күреп өлгөрҙө, өс ейәнсәре, ике ейәне өсөн йән атып тора ине. Беҙ уны сикһеҙ яратабыҙ, ғорурланабыҙ. Ләкин яҙмыш аяуһыҙ: инде шатланып, рәхәтләнеп йәшәр саҡта ғына атайымдың ғүмере тамамланмаған моңло йыр кеүек өҙөлдө.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл беренсе тапҡыр Хәрби-диңгеҙ флоты көнөн атайымдан башҡа ҡаршылайбыҙ. “Моряк – ул ғүмерлек, ул исемгә тап төшөрөргә ярамай” тигән һүҙҙәре васыят булып яңғырай бөгөн. Үҙе лайыҡлы ғүмер юлы үтте, изгелеккә, ғәҙеллеккә инанып йәшәне.  Беҙҙе өҙөлөп яратты, әхлаҡ, тәүфиҡ, яҡшылыҡ һәр саҡ беренсе урында булыуына ышандырҙы: “Йөҙгә ҡыҙыллыҡ килтермәнегеҙ, рәхмәт”, - тип ҡыуана ине. Киләсәктә лә, ғәзизебеҙ, өмөтөңдө аҡларға тырышырбыҙ, һинең яҡты образың ғүмер буйы йөрәк түрен биләр, тыныс йоҡла, атай!..

Лилиә Ишбулатова.

Автор:Aйзиряк Ишбулатова
Читайте нас: