Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар

Барлыҡ быуын моряктарға арнала

Рәсәйҙә Хәрби-диңгеҙ флоты көнө киң билдәләнде, Мәләүездәр өсөн быйыл ул айырыуса иҫтәлекле - флоттың 325 йыллығында Ватан азатлығы өсөн мәңге даръя ҡуйынында ҡалғандарға, диңгеҙ-океан киңлектәрен иңләп, ил алдында изге бурысын үтәгән бар быуын моряктарға арналған "Рәсәй флоты йәшәйәсәк" тип аталған мемориал һәйкәл асылды.

Барлыҡ быуын моряктарға арнала
Барлыҡ быуын моряктарға арнала
Барлыҡ быуын моряктарға арнала
Барлыҡ быуын моряктарға арнала

Сараға район хакимиәте башлығы урынбаҫары Геннадий Шлычков, хәрби комиссариат бүлексә начальнигы Семен Кочергин, Башҡортостан Республикаһы Диңгеҙ Йыйылышы маҡтаулы ағзаһы, флот ветераны Виктор Веселов саҡырылғайны. Митингыла сығыштарҙан һуң мемориал төҙөүҙә булышлыҡ иткәндәр, әүҙем эшмәкәрлек күрһәткәндәр билдәләнде. "Һыу аҫты флотына - 115 йыл" миҙалы менән Миңтимер Йәмлиханов, Георгий Ларионов, Александр Лазарев; "Рәсәй хәрби-диңгеҙ флотына 325 йыл" миҙалы менән мемориал асыуға күп көс һалған Фәнил Яманаев, Фәтих Яманаев, Петр Митюков; "Рәсәй диңгеҙ пехотаһы ветераны" миҙалы менән Ришат Юлбарисов һәм башҡалар бүләкләнде. Йәш быуында хәрби-илһөйәрлек тәрбиәләүгә индергән өлөшө, әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн Фирҙәүес Сангишева, Зөлфиә Яманаева, Светлана Аслаева, Радик Табаев, Рафаэль Бадретдинов, Владимир Шлюхин, Александр Лазарев, Петр Митюков, Анатолий Самойлов, Георгий Ларионовҡа Маҡтау грамотаһы тапшырылды.

Бөгөнгө көндө күрә алмаған барлыҡ быуын моряктары бер минут тынлыҡта иҫкә алынды, уларҙың яҡты хәтеренә яңы асылған һәйкәл сәскәгә күмелде. Митинг һуңынан ҡала буйлап уҙған моряктар автомобилдәрендә ғорур елберҙәгән флагтар, урамдарҙы яңғыратҡан сигнал инде беҙҙең аранан киткән моряктарҙы данланы.

Автор:Aйзиряк Ишбулатова
Читайте нас: