Конгэк
+16 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
11 Август 2021, 12:22

Сәбәп: тел мөхите һәм аралашыу ихтыяжы юҡ

“Баланың эшмәкәрлек даирәләре киңәйгән һайын ул әсә мөхитенән ситләшә, башҡа тел үҙенсәлектәрен, сит мәҙәниәтте һеңдерә. Телде өйрәнеү өсөн ике компонент кәрәк: тел мөхите һәм аралашыу ихтыяжы”, - ти филология фәндәре кандидаты Ләйсән Әхмәҙуллина. Ысынлап та, уйланырға урын бар, ни өсөн йәштәр телдән ситләшә, хатта рухлы ғына егет-ҡыҙҙарыбыҙ туған телдә түгел, ә урыҫ телендә аралашыуға өҫтөнлөк бирә? Ғалимә фекере менән мин килешәм: тел мөхите һәм аралашыу ихтыяжы етмәй. Шулай уҡ ҡабатлауҙан арымайым, рәсми мөхиттә, республиканың юғары власть органдарында башҡорт теленә ихтыяж булдырмайынса, телде йәш быуын ҡабул итмәйәсәк. Һәр юғары уҡыу йортона ингәндә сит телдән генә түгел, төрлө кимәлдә башҡорт теленән дә имтихан булдырыу мотлаҡ. Ул саҡта мәктәптәрҙә лә башҡорт дәүләт телен өйрәнергә ынтылыш буласаҡ.

Сәбәп: тел мөхите һәм аралашыу ихтыяжы юҡ
Сәбәп: тел мөхите һәм аралашыу ихтыяжы юҡ

10 августа баш ҡалабыҙҙа ҙур сара Ата-әсәләр форумы үтергә тейеш ине. Әммә Башҡортостандың көньяҡ райондарында янғындарға бәйле хәлдең ҡатмарлашыуы сәбәпле уны икенсе ваҡытҡа күсерергә ҡарар ителде. Янғындарға бәйле хәл үҙгәреп киткәс, ситтән Өфөгә килеп өлгөргәндәр һәм урындағы ата-әсәләр комитеты ағзалары менән берлектә Бөтә донъя башҡортары ҡоролтайы “түңәрәк өҫтәл” ойошторҙо, унда Рәсәй төбәктәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороуҙа тыуған көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде. Сарала Мәскәүҙәге М. Горький исемендәге әҙәбиәт институтының өлкән уҡытыусыһы, филология фәндәре кандидаты, Мәскәү ҡалаһының Башҡорт этно-мәҙәни клубы етәксеһе Ләйсән Әхмәҙуллина ла ҡатнашты. Ул Өфөлә тыуып үҫкән, ә тормош иптәше – Асҡын башҡорто. “Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү проблемаһы сит төбәктә генә түгел, үҙебеҙҙең республикала ла көнүҙәк булып ҡала, һеҙҙеңсә, бының сәбәбе нимәлә?” тигән һорауҙы ысынбарлыҡ күҙлегенән асып бирҙе.

– Туған телде һаҡлау һәм өйрәнеү, киләсәк быуында әсә теленә ҡарата һөйөү тәрбиәләү мәсьәләһе һәр саҡ көнүҙәк булып ҡала. Беҙҙең кеүек сит төбәктә йәшәгән милләттәштәр быны бигерәк тә асыҡ тоя. Тыуған мөхиттә йәшәү, балалар үҫтереү, уларҙа телгә ҡарата ҡыҙыҡһыныу проблемаһын, үҙебеҙҙең балаларыбыҙ билдәле бер йәшкә еткәс, айырыуса аныҡ аңлай башланыҡ. Ысынлап та, сит ерҙә башҡорт моңона, мәҙәниәтенә, йәнле аралашыуға һыуһау кеүек күренеш хас, шуға ла беҙ, Башҡортостандан ситтә йәшәгән башҡорттар, был мәсьәләгә айырыуса етди ҡарайбыҙ. Шул уҡ ваҡытта, туған телде өйрәнеү, йәш быуында ҡыҙыҡһыныу уятыу кеүек мәсьәлә үҙ моңобоҙ, телебеҙ яңғырап торған, милли мәҙәниәтебеҙ, мәғарифыбыҙ үҫешкән республикала ла бар. Бының нигеҙе глобалләштереү кеүек күренешкә барып тоташа: хәҙер сиктәр шартлы була бара, мәҙәниәт тә, моң да, сәйәси-ижтимағи үҙенсәлектәр ҙә уртаҡ. Һис шикһеҙ, был тел мәсьәләһендә лә сағыла. Бөгөн глобалләштереү шарттарында башҡорт халҡының үҙенсәлекле мәҙәниәтен, башҡорт телен һаҡлап ҡалыу, халҡыбыҙҙың тарихын боҙоп күрһәтеүгә ҡаршы тороу, йәштәрҙә илһөйәрлек тойғолары тәрбиәләү, баҙар шарттарында уларҙы иҡтисадҡа йәлеп итеү мөһим.
Икенсенән, ғаиләләр эсендәге тарҡаулыҡ та балаларҙа сағыла. Элек олатай-өләсәйҙәр мәктәбе кеүек йәмғиәт күренеше ҡәҙимге ғәмәл булһа, хәҙерге заман шарттарынада беҙ иҫ киткес ҙур тиҙлектә йәшәйбеҙ, һәр саҡ нимә менәндер мәшғүлбеҙ, дөрөҫөн әйткәндә, күп ғаиләләр кисен, йоҡларға ятыр алдынан ғына осраша, күңел өсөн һөйләшеп-аралашып ултырырға ваҡыт етмәй. Тимәк, балалар менән төптән шөғөлләнергә лә көс һәм хәл юҡ. Һөҙөмтәлә, был бушлыҡты Интернет селтәрендәге сығанаҡтар, социаль селтәрҙәрҙәге мәғлүмәт тултыра...

Ете һәм өс йәшлек балаларҙың әсәһе булараҡ, күҙәтеүҙәрем менән уртаҡлашҡым килә. Өс йәшкә тиклем балаға, ғөмүмән, яҡындары янындағы мөхит тә етә, ә саҡ ҡына ҙурайғас, бәләкәстәргә башҡа кешеләр, йәштәштәре менән аралашыу мотлаҡ. Мәҫәлән, минең улым өс йәшкә тиклем фәҡәт башҡортса ғына һөйләште, урыҫса белмәй ине. Хатта тышҡа сыҡҡас, мин уға тәржемәсе булдым, йәштәштәре менән уртаҡ тел тапҡансы, аралашсы ролен үтәнем.
Бер нисә аҙна шулай үткәндер, аҙаҡ иһә ул ныҡышып, тырышып урыҫ мөхитенә ылығып, телде өйрәнеп алды. Ғөмүмән, һеҙ күптәрҙән ишеткәнегеҙ барҙыр: өс йәшкә тиклем балам арыу ғына башҡортса һөйләшә, һүҙҙәрҙе асыҡ әйтә ине, аҙаҡ онотто ла ҡуйҙы һәм башҡалар. Беренсенән, башҡалар менән аралашыуға ихтыяж тыуа, унан балалар баҡсаһында урыҫ мөхите өйҙәгенән күпкә көслөрәк һәм ваҡытты ла бала унда күберәк уҙғара. Ҡыҫҡаһы, баланың эшмәкәрлек даирәләре киңәйгән һайын, ул әсә мөхитенән ситләшә, башҡа тел үҙенсәлектәрен, мәҙәниәтте һеңдерә. Ә телде өйрәнеү өсөн ике компонент кәрәк: тел мөхите һәм аралашыу ихтыяжы.
Быны мин белгес булараҡ әйтәм һәм аңлап торам: заман ритмына яраҡлашҡан, һәр саҡ эш менән мәшғүл ата-әсәнең бала менән үҙ телендә төплө аралашырға ваҡыты ла, көсө лә ҡалмай... Бына ошолай яйлап тел үҙенсәлектәре онотола. Хәйер, башҡаларға өлгө булырлыҡ ғаиләләр ҙә бар. Мәҫәлән, мин яҡшы белгән ғаилә Мәскәүҙә йәшәһә лә, балаларын башҡорт һәм рус телен яҡшы белгән, йәғни ике теле, рухлы итеп тәрбиәләйҙәр”, -  ти Ләйсән Йәҙгәр ҡыҙы.

Автор:Aйзиряк Ишбулатова
Читайте нас: