Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramОКVKdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
18 Октябрь 2021, 14:35

Уларға халыҡ именлеген һаҡлау бурысы йөкмәтелгән

Һуңғы йылдарҙа РФ Енәйәт кодексының 264.1 статьяһы буйынса енәйәт эштәренең артыуы күҙәтелә: иҫерек килеш машина менән идара иткәнлеге арҡаһында йөрөтөү хоҡуҡһыҙ ҡалған водителдәр ҡабаттан иҫерек килеш руль артына ултыра, үҙҙәрен һәм юлдағыларҙың һаулығын хәүеф аҫтына ҡуя, ошондай ҡурҡыныс аҙымға бара. Ағымдағы йылдың 9 айында ғына ошо статья буйынса 47 эш ҡаралған һәм судҡа ебәрелгән , - ти Фидан Ғәлим улы. 9 ай эсендә йәмғеһе 199 эш ҡаралған һәм судҡа ебәрелгән.

Уларға халыҡ именлеген һаҡлау бурысы йөкмәтелгән
Уларға халыҡ именлеген һаҡлау бурысы йөкмәтелгән

Хоҡуҡ һаҡлау органдары составында айырым хеҙмәт булараҡ тәүтикшереү бүлектәре үткән быуатта уҡ формалаша. Бөгөн ҡала полицияһының тәүтикшереү бүлегендә майор Фидан Мусин ҡулы аҫтында бүлеккә үҙ эшен яҡшы белгән, енәйәттәрҙе тиҙ һәм сифатлы асыҡлаған хоҡуҡ һаҡсылары тупланған. Бөгөн бүлектә 14 хеҙмәткәр эшләй, барыһы ла юғары юридик белемле, үҙ һөнәренең бар нескәлектәрен төшөнгән хоҡуҡ һаҡсылары. Тәүтикшереү бүлеге начальнигы урынбаҫары майор Евгений Калашников “ҡыҙыу нөктә”ләрҙә командировка булырға ла өлгөргән. Павел Романенко 2016 йылға тиклем наркотиктар күҙәтеү бүлегендә хеҙмәт иткән, аҙаҡтан ошо бүлеккә күскән, Римма Йосопова - 2012, Тимур Йосопов  2004 йылдан бүлектә хеҙмәт итә. Йәш белгестәр ҙә бар. Эске эштәр министрлығы талабына ярашлы, барыһы ла юғары юридик белемле.

Беҙҙең хеҙмәткәрҙәр урлашыу, кешегә үлтереү менән янау, балаларҙы йәберләү, эскән килеш машина менән идара итеү, законһыҙ рәүештә ҡорал һаҡлау, яуыз уй менән кеше һаулығына зыян килтереү, наркотик һаҡлау, браконьерлыҡ (законһыҙ һунар, тыйылған һыу ятҡылыҡтарында балыҡ тотоу), миграция өлкәһендәге, тыйылған биләмәләрҙә ағас ҡырҡыу кеүек енәйәт эштәрен ҡарай. Һуңғы йылдарҙа РФ Енәйәт кодексының 264.1 статьяһы буйынса енәйәт эштәренең артыуы күҙәтелә: иҫерек килеш машина менән идара иткәнлеге арҡаһында йөрөтөү хоҡуҡһыҙ ҡалған водителдәр ҡабаттан иҫерек килеш руль артына ултыра, үҙҙәрен һәм юлдағыларҙың һаулығын хәүеф аҫтына ҡуя, ошондай ҡурҡыныс аҙымға бара. Ағымдағы йылдың 9 айында ғына ошо статья буйынса 47 эш ҡаралған һәм судҡа ебәрелгән , - ти Фидан Ғәлим улы. 9 ай эсендә йәмғеһе 199 эш ҡаралған һәм судҡа ебәрелгән.

Статистика буйынса икенсе урында телефон, интернет аша мутлашыуҙар биләй. Эш күләме артыу, енәйәттәр һаны күбәйеү сәбәпле, 2016 йылда бүлек штаты арттырыла. Майор Фидан Мусин әйтеүенсә, законһыҙ ағас ҡырҡыу буйынса енәйәттәрҙе асыҡлауы ауырыраҡ, сөнки быдлай осраҡта бик күп дәлилдәр туплау талап ителә. Ай һайын улар ҡулынан 80-гә яҡын енәйәт эше үтә. Бынан тыш, улар тәфтиш-оператив төркөм составында эшләп, ваҡиға урынына тәүгеләрҙән булып сыға, дәлилдәр йыя, шаһиттарҙан һораша. Төп эштәренән тыш, тәүтикшереүселәр эске эштәр бүлегенең йәмәғәт тормошонда ла ҡатнаша, үҙҙәрен физик яҡтан даими нығыта, ҡорал менән эш итеүҙә оҫталыҡтарын камиллаштыра. 

Гөлнур Мырҙашева, Наталья Беднякова республикала коллегалары араһында һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә лайыҡлы сығыш яһап, бүлек намыҫын яҡлап призлы урын алған, почет грамоталары менән билдәләнгән.

Хеҙмәттәштәрем һәр кем үҙ урынында, шәхси ваҡыты менән иҫәпләшмәй эшләүҙән тыш, һәр береһен тулыһынса алыштыра ала, енәйәт эштәрен ваҡытында тикшереп, һығымта яһап, судҡа ебәрә. Уларҙы һөнәри байрам менән ҡотлап, уңыштар, ғаилә именлеге теләйем, - ти  Фидан Ғәлим улы. Беҙ ҙә ҡотлауҙарға ҡушылабыҙ, хоҡуҡ боҙоуҙар аҙ булғанда, йәмғиәт тормошо ла яҡшы яҡҡа үҙгәрәсәк.

Уларға халыҡ именлеген һаҡлау бурысы йөкмәтелгән
Уларға халыҡ именлеген һаҡлау бурысы йөкмәтелгән
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: