Конгэк
+7 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
28 Октябрь 2021, 14:45

"Атайсал" программаһында ҡатнашыуҙы бурысы тип һанай

Көйөргәҙе егете Марсель Ярышев “Атайсал” программаһына иң беренселәрҙән ҡушылып, үҙенең тыуған ауылы Яманһарыла мәҙәниәт йортонда ремонт эшләүгә матди ярҙам күрһәтте.Шәхсән буяу-ағартыу, электр сымдарын йүнәтеү кеүек эштәрҙе атҡарып сыҡты, сәхнә өсөн заказ менән ҡорма- шаршауҙар тектертеп элде.

"Атайсал" программаһында ҡатнашыуҙы бурысы тип һанай
"Атайсал" программаһында ҡатнашыуҙы бурысы тип һанай

Көйөргәҙе егете Марсель Ярышев “Атайсал” программаһына иң беренселәрҙән ҡушылып, үҙенең тыуған ауылы Яманһарыла мәҙәниәт йортонда ремонт эшләүгә матди ярҙам  күрһәтте.Шәхсән буяу-ағартыу, электр сымдарын йүнәтеү кеүек эштәрҙе атҡарып сыҡты, сәхнә өсөн заказ менән ҡорма- шаршауҙар тектертеп элде. “Ауылда мәктәп, китапхана, мәҙәниәт усағы бер бинала урынлашҡан. Уҡыу йорто  ябылды, клуб йәшәй әле. Культура-ағартыу эштәрен алып барған ауылдашым  эшен яратып башҡара. Ауыл халҡы, өлкән йәштәге инәйҙәрөсөн берҙән-бер күңел асыу урыны йәшәй бирһен ине, уныһы ла ябылһа, ҡайҙа бара халыҡ? Еңеү байрамына тиклем ҡормаларҙы элдек, иҙәндәрен буяныҡ,” - ти Марсель.

Республикабыҙҙа  һәм унан ситтә төрлө ауыл һәм ҡалаларҙан сыҡҡан , тормошта үҙ урынын табып уңышлы йәшәгән һәммәһе Марсель Ярышев кеүек бәләкәс Ватанына – үҙе тыуған ауылына ярҙам итһә, шул төбәктә тормош бермә-бер яҡшырыр, Алла бойорһа

"Атайсал" программаһында ҡатнашыуҙы бурысы тип һанай
"Атайсал" программаһында ҡатнашыуҙы бурысы тип һанай
Автор:Аклима Имамова
Читайте нас: