Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар

Бөйөк Еңеүгә - 77 йыл

Беҙҙең райондан 1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышына бөтәһе ун биш мең кеше алына. Улар фашист ғәскәрҙәрен тар-мар итеп, дошман менән аяуһыҙ алышта ил бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшә, ҡаһарман яҡташтарҙың 11-е Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Мәләүездең аҫыл ул һәм ҡыҙҙары күрһәткән батырлыҡтары өсөн төрлө дәрәжәләге орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Фронтҡа киткән ун биш мең кешенең алты меңдән ашыуы тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайта алмай, мәңгелеккә яу яланында ятып ҡала.

Бөйөк Еңеүгә - 77 йыл
Бөйөк Еңеүгә - 77 йыл

Бөйөк Ватан һуғышы шанлы һәм данлы осор булып, тарихыбыҙға мәңгелеккә яҙылған. Тыуған илебеҙ иңенә төшкән ҡот осҡос афәт халыҡ хәтерендә мәңге һаҡланасаҡ.

Беҙҙең райондан 1941-1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышына бөтәһе ун биш мең кеше алына. Улар фашист ғәскәрҙәрен тар-мар итеп, дошман менән аяуһыҙ алышта ил бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшә, ҡаһарман яҡташтарҙың 11-е Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Мәләүездең аҫыл ул һәм ҡыҙҙары күрһәткән батырлыҡтары өсөн төрлө дәрәжәләге орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Фронтҡа киткән ун биш мең кешенең алты меңдән ашыуы тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайта алмай, мәңгелеккә яу яланында ятып ҡала. Тыныс киләсәк һәм имен тормош өсөн ҡорбан булғандар таш һындарҙа ғына түгел, тереләр хәтерендә лә мәңгелек һәйкәл булып ҡалҡты. Бөгөн районда бөтәһе 13 ветеран иҫән.  

Илебеҙ быйыл Бөйөк Еңеүҙең 77 йыллығын билдәләне. 9 майҙа район һәм ҡалала тантаналы митинг уҙҙы. Сарала район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычков, ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы Азамат Хәсәнов, Мәләүез ҡалаһы, Мәләүез һәм Федоровка райондары хәрби комиссары Олег Тройно, район һәм ҡала хакимиәттәре етәкселеге вәкилдәре, ветерандар, тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш балалары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар, хәрби хеҙмәт һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары, кадеттар, йәш армиясылар һәм башҡалар ҡатнашты.

Байрам сараһы һәйкәлдәргә сәскәләр һалыуҙан башланды һәм «Мәңгелек ут» монументы янында дауам итте. Бөйөк Ватан һуғышы һәм тыл ветерандарын, район-ҡала халҡын, килгән ҡунаҡтарҙы район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайы депутаты Рамазан Рамазанов, Мәләүез һәм Федоровка райондары, Мәләүез ҡалаһы хәрби комиссары Олег Тройно, ветерандар советы рәйесе Виктор Дмитриев, йәш быуын вәкиле, ҡаланың 4-се мәктәбе уҡыусыһы, йәш армиясы Егор Егоров һәм башҡалар ҡотланы. Район һәм ҡала ойошмалары вәкилдәре яу ҡырында һәләк булғандар иҫтәлегенә һәйкәлгә сәскәләр һалды, улар  бер минут тынлыҡта иҫкә алынды.

Тантаналы парадта башҡарма власть органдары хеҙмәткәрҙәре, төрлө ойошмалар вәкилдәре, кадеттар һәм башҡалар уҙҙы.

Бөйөк Еңеү байрамының иң тулҡынландырғыс өлөшө «Үлемһеҙ полк» гражданлыҡ һәм илһөйәрлек сараһы булғандыр. Ул беҙгә яҡты киләсәк бүләк иткән яугирҙәргә хөрмәт һәм рәхмәт белдереү, кешеләрҙең берҙәмлеген күрһәтеү билдәһе булараҡ ойошторола. Һуңғы йылдарҙа пандемияға бәйле онлайн уҙған сара быйыл ғәҙәти форматта үтте. Изге йолаға әйләнгән акцияға мәләүездәр быйыл да әүҙем ҡушылды. Полк алдында башҡалар менән бер рәттән район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәмсетдинов, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Геннадий Шлычков, ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы Азамат Хәсәнов, улар артынан ата-олаталарының фоторәсемдәрен тотҡан яҡташтар барҙы. Тантаналы маршта сәстәренә сал төшкән оло быуын вәкилдәре, йәштәр, хатта ата-әсә ҡосағына һыйынған сабыйҙар менән бергә фотоһүрәттәрҙә генә булһа ла, беҙгә Еңеү килтергән яугирҙәр атланы.

Байрам тантанаһы үҙешмәкәр артистар ҡатнашлығында бай концерт программаһы менән үрелеп барҙы.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА.

Автор фотолары.

 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: