Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар

Бөгөн Салауат Юлаевтың тыуған көнө

Салауат Юлаев (Салауат Юлай улы) (16 июнь 1754 йыл — 26 сентябрь 1800 йыл) — башҡорт халҡының милли батыры, шағир-импровизатор, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы етәкселәренең береһе. 1754 йылдың 16 июнендә Ырымбур губернаһы Өфө провинцияһы Себер даруғаһы Шайтан-Көҙәй улусының (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Салауат районы) Тәкәй ауылында тыуған. Бейектә оса ҡоҙғон ҡош,Унан бейек осар ыласын бар.Ыласындан да бейек оса торғанҠош батшаһы — ҡыйғыр бөркөт бар.Шул бөркөттәй, егет, батыр бул,Тайғаныңда таян дуҫтарға.Яуҙа, арыҫландай ажғырып,Йән аямай ташлан дошманға!

Бөгөн Салауат Юлаевтың тыуған көнө
Бөгөн Салауат Юлаевтың тыуған көнө

Зөләйха
Зөләйха, һин ергә ингән хур ҡыҙы,
Күҙҙәреңдә балҡый Зөһрә йондоҙо.

Күҙҙәрең, гүйә, төндәге күк йөҙө,
Яҡтыра шул күҙҙәреңдә ай үҙе.

Ер хуры һин йәки ожмах шәүләһе,
Һындарың, гүйә, фәрештә кәүҙәһе

Мин бахыр һине, Зөләйха, ныҡ һөйәм,
Әйтә алмайынса һүҙҙәремде, баш эйәм.

Һиңә дан йырлар өсөн телем зәғиф,
Һөйөүемде әйтергә һүҙем зәғиф.

Зөләйха, һин ерҙә йөрөгән хур ҡыҙы
Күҙҙәреңдә яна күктең йондоҙо.

 

Тирмәмдә
Тирмәм тора көмөш кеүек
Йылға ярында.
Хуш еҫле сәскәләр үҫә
Тирә-яғында.
Көтөүҙәр йөрөй. Мин үҙем
Ятам тирмәмдә.
Туғандарым, яҡындарым
Минең эргәмдә.
Шул саҡ тирмәм ишеген
Асырға ҡуштым.
Төн буйы тыңланым моңон
Һандуғас ҡоштоң.
Ниндәй яҡшы, ниндәй татлы
Булды бөгөн төн.
Керпек тә ҡаҡмай үткәрҙем
Ошо төндө мин.

С. Юлаев

Фото интернеттан. 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: