Конгэк
-3 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Мөғжизә! Ҡайттылар!
Бөтә яңылыҡтар

Бурысыбыҙ - Герой исемен мәңгеләштереү

Һыртлан ауылы клубында Советтар Со­юзы Геройы Садиҡ Уйылдан улы Сайрановҡа бағышланған «Иҫләйбеҙ... Ғорурланабыҙ...» исемле хәтер кисәһе үт­те. Батыр һәйкәленә сәскәләр һалып, бер минут тынлыҡта иҫкә алғас, митингыла ҡатнашыусылар яуҙан ҡайта алмаған ҡаһармандар рухына аят тыңланы.

Бурысыбыҙ - Герой исемен мәңгеләштереү
Бурысыбыҙ - Герой исемен мәңгеләштереү

1996 йылдан 22 июнь - Хәтер һәм ҡайғы көнө булараҡ билдәләнә. Был дата халыҡ күңелендә утлы яра булып мәңге ҡаласаҡ, ул  бер ваҡытта ла онотолорға тейеш түгел.

Һыртлан ауылы клубында Советтар Со­юзы Геройы Садиҡ Уйылдан улы Сайрановҡа бағышланған «Иҫләйбеҙ... Ғорурланабыҙ...» исемле хәтер кисәһе үт­те. Батыр һәйкәленә сәскәләр һалып, бер минут тынлыҡта иҫкә алғас, митингыла ҡатнашыусылар яуҙан ҡайта алмаған ҡаһармандар рухына аят тыңланы.

Кисәгә Садиҡ Уйылдан улының туғандары, Мәләүез район-ҡала­һының Төнь­яҡ Кавказда хәрби бәрелеш­тәрҙә ҡат­нашҡан Батальон ойошмаһы, танк ғәс­­­­­­кәрҙәре һәм Варшава илдә­ре­­ килешеүенең ветерандар ойошмаһы саҡырылды. Йәнле әңгәмә, шиғыр, йырҙар менән үре­леп барған сарала герой тураһында хәтирәләр иҫкә алынды. Урындағы ҡо­ролтайҙың ир-егеттәр ҡоро етәксеһе, танк ғәскәрҙәре ветерандары ойошма­һы рә­йесе Фәнис Бикташев ошондай саралар­ҙың бик аҙ ойошторолоуын, мәктәп балаларын күберәк йәлеп итергә кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Эйе, бындай саралар мотлаҡ уҙғарылырға тейеш, әммә халыҡ кемдер саҡыр­ғанға түгел, ә күңел ҡушыуы буйынса килһен ине...

Беҙҙең батыр

 

Һаумы, Садиҡ ағай,ҡайттыңмы ни?

Тәбрикләргә килдем үҙеңде.

Батырлығың алдында баш эйәмен,

Еткерәмен рәхмәт һүҙемде.

Нисә тиҫтә йылдар үткәндән һуң

Яу яландарынан ҡайттың һин.

Тыуған ауылың - Һыртланыңа ҡайттың

Мәңге тере ҡалыр һәйкәл-һын.

Яугир батырҙарҙың төҫө һәйкәл,

Хәтерләтә һуғыш йылдарын.

Килер быуындарға даны ҡалһын

Онотмайыҡ халыҡ улдарын!

Ғәйшә Арыҫланбаева, ветеран уҡытыусы.

Эйе, батырыбыҙ онотолорға тейеш түгел! Хәтер кисәһенән һуң ойошторолған сәй табынында ла һүҙ ошо турала барҙы. Ни өсөн Һыртлан ауылында бер урам да геройыбыҙ исемен йөрөтмәй? Төрлө тәҡдимдәр, фекер уртаҡлашҡандан һуң Фәнис Әлимғол улы ауылдың башланғыс мәктәбенә Садиҡ Сайранов исемен бирергә кәрәк тигән тәҡдим индерҙе. Уны барыһы ла хуплап сыҡты, мәғариф бүлеге һәм район хакимиәтенә мөрә­жәғәт итергә тигән һығымтаға килеп тарал­дылар.

Миңлегөл БУРАНҒОЛОВА.

Автор фотоһы.

Бурысыбыҙ - Герой исемен мәңгеләштереү
Бурысыбыҙ - Герой исемен мәңгеләштереү
Автор:Мархаба Гайнетдинова
Читайте нас: