Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Кадеттар - буласаҡ Ватан һаҡсылары

Быйылғы уҡыу йылында кадет корпусын физик һәм рухи мөмкинлектәрен нығытҡан, хәрби әҙерлек алған 46 ҡыҙ һәм егет тамамланы.

Кадеттар - буласаҡ Ватан һаҡсылары
Кадеттар - буласаҡ Ватан һаҡсылары

Ҡаланың индустриаль колледжына ҡараған кадет корпусында сығарылыш кисәһе үтте. Уҡыу йорто быйыл егерме дүртенсе тапҡыр үҙ тәрбиәләнеүселәрен оло тормош юлына оҙата. Кадеттарҙы иҫтәлекле ғүмер байрамдары менән ҡотларға район хакимиәте етәкселеге, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре һәм ата-әсәләр йыйылды.

Корпус быйыл 25 йыллығын билдәләй, ошо ваҡыт эсендә унда меңдән ашыу ҡыҙ һәм егет белем алған. Һуңынан уларҙың күбеһе уҡыуын юғары белем биреү учреждениеларында дауам иткән, өс йөҙҙән ашыуы Рәсәй Армияһы офицеры дәрәжәһенә эйә.

Быйылғы уҡыу йылында кадет корпусын физик һәм рухи мөмкинлектәрен нығытҡан, хәрби әҙерлек алған 46 ҡыҙ һәм егет тамамланы. Уларҙың иң-иңдәре зәңгәр десант береты кейеү хоҡуғы алған.

Йәш яҡташтарыбыҙ киләсәктә тормошта һайлаған юлдарында уңышҡа ирешһен, Тыуған илгә кәрәкле кеше булып хеҙмәт итһен.

Лена ХӘЙРУЛЛИНА.

Фото архивтан.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: