Конгэк
+26 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
31 Август 2022, 10:00

Еңеү менән ҡайтығыҙ!

Рәсәй тигән бөйөк ил һағында Алыштарҙа еңеп сығығыҙ. Имен-аман ҡайтығыҙ өйөгөҙгә, Алдан ҡайтһын ине данығыҙ!

Еңеү менән ҡайтығыҙ!
Еңеү менән ҡайтығыҙ!

«Башҡорттар китте һуғышҡа...»

Китте улар тағы ла

Украина ерен баҫып алған

Нацистарҙы ҡырып һалырға.

 

Ғүмер баҡый башҡорт илем, тиеп,

Яуҙар ҡылған алыҫ ерҙәргә.

Йәне ҡыйылһа ла, ҡаты торған -

Бирешмәгән әсе елдәргә.

 

Башҡорт башҡорт булмаҫ, әгәр

Ҡаушап ҡалһа дошман алдында.

Башҡорт бит ул аямаған үҙен,

Алда торған Еңеү хаҡына.

 

Әй, уландар, һеҙгә шуны әйтәм:

Онотмағыҙ уҙған йылдарҙы.

Немец фашистарын туҡмағанда

Башҡорттоң да унда булғанын.

 

Нацист - шул уҡ фашист бит ул,

Тотоғоҙ һеҙ һәр саҡ хәтерҙә.

Йәлләмәгеҙ уны йән эйәһе, тиеп,

Ҡанһыҙлығы сыҡҡан йөҙөнә.

 

Рәсәй тигән бөйөк ил һағында

Алыштарҙа еңеп сығығыҙ.

Имен-аман ҡайтығыҙ өйөгөҙгә,

Алдан ҡайтһын ине данығыҙ!

Роберт СОБХАНҒОЛОВ.

 

Фото - асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: