Конгэк
+21 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Илһөйәрлек мәктәбе
30 Сентябрь 2022, 10:20

Яратам һине, Рәсәй!

Илһөйәрлек кешенең уйында, йөрәгендә, хистәрендә, йырлаған йырында, бейегән бейеүендә, ижадында сағылырға тейеш, сөнки был тойғоно күңелгә бикләп тотоу мөмкин түгел.

Яратам һине, Рәсәй!
Яратам һине, Рәсәй!

Мин - 10-сы класс уҡыусыһы. Бөгөн ҡаланың 3-сө гимназияһында белем алам. Һуңғы ваҡытта илһөйәрлек тойғоһо тураһында йыш уйланам. Ниндәй тойғо һуң ул? Кеше күңелендә ҡасан барлыҡҡа килә һәм ниндәй урын биләй? Уйланыуҙарым аша ошондай һорауҙарға яуап эҙләгәндә, үҙ кисерештәрем аша мөһим фекер тупланым. Минеңсә, илһөйәрлек тойғоһо - үҙеңдең Тыуған илеңде, кесе Ватаныңды яратыу, йәшәгән төбәгеңдең тарихын белеү, уның халҡы менән ғорурланыу һәм, әлбиттә, үҙеңдең ата-әсәйеңде, яҡындарыңды, дуҫтарыңды хөрмәт итеү. Был тойғо бала күңеленә үҫкән ғаиләһендә һалынырға тейеш. Беҙгә һәр ваҡыт ата-әсәбеҙ, олатай-өләсәйҙәребеҙ өлгө булып тора. Ата-бабаларыбыҙҙың үткәне, нәҫелеңдең шәжәрәһе менән һәр кем ҡыҙыҡһынырға һәм белгәнен үҙенән һуң килер быуындарға тапшырырға тейеш.
Минең бала-сағым бәләкәй генә Иштуған ауылында, өләсәйем, ғаиләм эргәһендә үтте. Өләсәй миндә Тыуған илемә, телгә һөйөү уятҡандыр, тип уйлайым.
Илһөйәр булыу - башҡаларға файҙалы булған эштәр, изге ғәмәлдәр башҡарыу. Ундай кеше һәр үҙгәреште үҙенән башлай. Беҙҙең милләттең һәр вәкиле өсөн иң мөһим бурыс булып балаларға башҡорт телен өйрәтеү, уны үҫтереү һәм һаҡлау тора. Башҡорт ғәиләһендә тыуған бала үҙ телендә һөйләшә белергә тейеш, тип уйлайым. Йылдан-йыл үҙ телендә һөйләшеүселәр кәмей бара. Әлбиттә, бындай хәл мине уйланырға мәжбүр итә.
Илһөйәрлек кешенең уйында, йөрәгендә, хистәрендә, йырлаған йырында, бейегән бейеүендә, ижадында сағылырға тейеш, сөнки был тойғоно күңелгә бикләп тотоу мөмкин түгел. Минең өсөн Ватан - ул Зәйнәб Биишеваның "Емеше", Ағиҙел йылғаһының гүзәллеге, йырҙарыбыҙҙың моңо, башҡорт халҡының намыҫы.
Мин үҙемде илһөйәр кеше тип һанайым, сөнки Рәсәйҙе яратам, үҙ телемдә һөйләшәм, төрлө милләт кешеләре менән дуҫ йәшәйем. Тиҫтерҙәремә һәм үҫеп килгән быуынға әйтер һүҙем шул: Тыуған илегеҙҙе яратығыҙ, телегеҙҙе һаҡлағыҙ, тарихығыҙҙы белегеҙ һәм ата-бабалар ҡалдырған мираҫты юғалтмағыҙ.

Эльза ҮМӘРҒӘЛИНА.

Фото архивтан.

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: