Конгэк
+26 °С
Болотло
TelegramVKОКdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

Ветеран өсөн ғүмерҙең һәр көнө ҡәҙерле

Илебеҙ халҡының азатлығы, тыныс тормошо һәм бәхетле киләсәге өсөн мәкерле дошман менән көрәшеп, тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡан яугирҙәрҙең береһе, яҡташыбыҙ - Василий Осипов. 

Ветеран өсөн ғүмерҙең һәр көнө ҡәҙерле
Ветеран өсөн ғүмерҙең һәр көнө ҡәҙерле

Илебеҙ халҡының азатлығы, тыныс тормошо һәм бәхетле киләсәге өсөн мәкерле дошман менән көрәшеп, тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡан яугирҙәрҙең береһе, яҡташыбыҙ - Василий Осипов. Март айында 102 йәшен тултырған ветеран 1921 йылда Федоровка районының Теняй ауылында тыуған. Мәктәптә алты класс белем алғас, «Рассвет» колхозында балта оҫтаһы булып эшләй. Ул 1940 йылдың 19 ноябрендә Стәрлебаш хәрби комиссариатынан Ҡыҙыл Армияның эшсе-крәҫтиән сафына алынып, 1946 йылдың 20 майында ғына демобилизациялана.

Василий Герасимовичтың хәрби юлы Алыҫ Көнсығыш фронтында башлана. 1940 йылда уға палуба моторисы вазифаһын ышанып тапшыралар. 1941 йылдың 23 февралендә хәрби ант ҡабул иткән яугир аҙаҡҡаса уға тоғролоҡ һаҡлай.

Василий Герасимовичҡа һәм уның фронтташтарына ҡот осҡос ауырлыҡтарға түҙергә, көн тимәй, төн тимәй, Японияның Квантун армияһы һөжүменә ҡаршы торорға тура килә.

1943 йылдың көҙөндә полк Украинаға ебәрелә. Днепр өсөн барған аяуһыҙ алышта дошман бөтә күперҙәрҙе юҡ иткәс, хәрби техника һәм ҡорал понтондар ярҙамында сығарыла. Көҙгө ҡара һалҡында боҙло һыу кискән һалдаттарҙың ул саҡта ни кисергәнен күҙ алдына килтереп ҡарайыҡ?!

Көслө һөжүм ваҡытында берәм-берәм һыу төбөнә киткән яуҙаш дуҫтары хаҡында әле лә күҙ йәштәрһеҙ һөйләй алмай ветеран. 1944-1945 йылдарҙа Украинаның бер өлөшөн, Молдавия, Румыния, Болгария, Югославия, Венгрияны һәм башҡа дәүләттәрҙе азат итеүҙә ҡатнашҡан яҡташыбыҙ Еңеү көнөн сит тарафта ҡаршылай.

Старшина дәрәжәһендә тыуған ауылына әйләнеп ҡайтҡан Василий Герасимович урындағы колхозға эшкә инә, өйләнә. Ҡатыны менән бер ҡыҙ һәм өс ул тәрбиәләп үҫтерәләр. Ольга Яковлевна бөгөн беҙҙең арала юҡ, урыны йәннәттә булһын.         

Бер эштә лә һынатмай ғаилә башлығы, колхоз рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләнгәс тә, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғырта, кешеләрҙең күҙ төбәп килгән кешеһенә әйләнә. Уның тырыш һәм намыҫлы хеҙмәте «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән баһаланған.

Бөгөн фронтовик балаларынан айырым, әммә улар тәрбиәһендә йәшәй. Оло йәштә булһа ла, яҡындарына ауырлығын һалмаҫҡа тырыша.

 - Башҡалар кеүек ҡаты мөнәсәбәт күрһәтеп, тыйып, әрләп үҫтермәне беҙҙе атайыбыҙ. Үҙебеҙҙе яҡлаулы тойҙоҡ, уның һөйөүенән мул өлөш һәр ҡайһыбыҙға тейҙе, - ти уның тураһында балалары.

Тыныс тормоштоң ҡәҙерен һынауҙар аша үткән, ауырлыҡ кисергән кеше нығыраҡ тоя, Василий Герасимович та һәр атҡан таңға ҡыуанып йәшәй, ул бит яу ҡырында үҙен аямай яуыз дошман менән көрәшкәндә тап бәхетле һәм азат көндәр хаҡында хыялланған.  

Автор фотолары.  

 

Василий Осипов фронтта күрһәткән батырлыҡтары өсөн «1941-1945 й.й. Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы, Еңеүҙең 40 йыллығы айҡанлы, 1985 йылдың 6 апрелендә III дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән.     

 

 

Автор:Лена Хайруллина
Читайте нас: