Конгэк
+13 °С
Болотло
TelegramОКVKdzen
Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар

«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының филиалы асылды

Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡушыуы буйынса ойошторолған «Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының филиалы асылды. Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙыуынса, фонд махсус операция ветерандарына һәм һәләк булған яугирҙәрҙең ғаиләләренә ярҙам күрһәтеү эше менән шөғөлләнә

«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының филиалы асылды
«Ватанды һаҡлаусылар» дәүләт фондының филиалы асылды

«Бурыстар иҫәбендә — медицина, психологик, социаль  ярҙам. Ветерандарҙы эшкә урынлаштырыуҙа һәм ҡайтанан уҡытыуҙа, уларҙы тыныс тормошҡа яраҡлаштырыуға булышлыҡ итеү һәм башҡалар. Республикала яугирҙәр һәм уларҙың туғандары өсөн 40 социаль координатор әҙерләнгән, йыл аҙағына тиклем уларҙы 180-гә еткерербеҙ. Улар — хәрбиҙәрҙең ҡатындары һәм әсәләре, социаль хеҙмәткәрҙәр, ирекмәндәр. Улар махсус хәрби операция ветерандары ғаиләләренең проблемаларын яҡшы белә», — тине Радий Хәбиров.

 

фото https://bash.bashinform.ru

Автор:Гульназ Салаватова
Читайте нас: