Район-ҡала ирекмәндәре эшмәкәрлеге тураһындагәзит уҡыусыларын даими таныштырып торабыҙ. Шуларҙың береһенә - “Добрые люди” (Изгелекле кешеләр) хәрәкәтенә Мәскәү ҡалаһында йәшәгән яҡташыбыҙ Александр Валиков 2013 йылда нигеҙ һалған. Ауыр сиргә юлыҡҡан яҡташыбыҙ ҡасандыр күптәр ярҙамын тойған. Үлем менән күҙгә күҙ осрашҡан саҡтан уның донъяға, кешеләргә ҡарашы үҙгәргән.
“Изгелекле кешеләр” башта балалар йорттарына, мохтаж ғаиләләргә ярҙам иткән. Махсус хәрби операция башланғас, Александрҙың ағаһы Денис Михайлович та Мәләүездә яугирҙәргә адреслы ярҙам ойоштора. “Беҙҙең төркөмдә - мең ярымға яҡын кеше, улар ватсап бәйләнешендә, телеграмм каналы һәм башҡа социаль селтәрҙәр аша хеҙмәттәшлек итә”, - ти ирекмән. Өс бала әсәһе Гөлфиә Хәсәнова страховкалау буйынса агент булып эшләй, ул Денис Валиковтың уң ҡулы.
Офис өсөн ҡала хакимиәте ике бүлмә биргән, үҙ көстәре менән ремонт үткәргәндән һуң, яҡтылыҡ үткәрергә генә ҡалған.
Яугирҙәрҙең мөрәжәғәте, үтенесе булыу менән ирекмәндәр кәрәк-яраҡ туплай. Үҙ машинаһына тейәп, Денис Михайлович Александр Воронков менән юлға сыға, яғыулыҡ хаҡын да үҙ иҫәбенән түләй. Әңгәмәләшкән арала тирә-яҡҡа күҙ йүгертәм: стенаның бер яғында яуҙа һәләк булғандарҙың фоторәсемдәре.
“Добрые люди” ирекмәндәре ике йыл эсендә махсус хәрби операция биләмәһенә 200 рейс эшләгән, шуларҙың туғыҙы Денис иҫәбендә. Башта Пенза ҡалаһына ташыған, хәҙер Луганск, Херсон өлкәһенә, ДНР-ға барып етә, Ростовҡа инеп госпиталгә медикаменттар ҡалдыра.
Офистың бүлмәһендә нимә генә юҡ: консервалар, йыуыныу кәрәк-яраҡтары, ҡоро “душ”, таҫтамалдар, сәй үләндәре, окоп шәмдәре, кейемдәр, постель кәрәк-яраҡтары. Ҡоро “душ” антисептигын ирекмәндәр үҙҙәре сепрәккә һеңдереп, төргәктәргә һала.
Мәҡәләне илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләп буламы тигән һорау менән башлағайным. Минеңсә, кешенең үҙаңы ғаилә, йәмғиәт, дәүләт кимәлендә формалаша. Тыуған ил, тыуған Ватан берәү генә була, ошонда атай-олатайҙар ерләнгән, беҙҙең байлыҡ – тыуған илебеҙ, халҡыбыҙ. Шул ҡиммәттәрҙе аңлаған кешелә генә илһөйәрлек тойғоһо була һәм мәрхәмәтлек күрһәтә белә, тип уйлайым.
Ғәлиә КӘРИМОВА, “Һуғыш балалары” йәмәғәт ойошмаһы бүлеге етәксеһе:
- Хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам сараларының ярайһы уҡ күп төрлө булыуы һәм башҡа төбәктәрҙәге сараларҙан сифаты яғынан айырылып тороуы менән билдәләнә. Башҡортостанда бөтәһе 40- тан ашыу ярҙам сараһы тормошҡа ашырылған. Аҡсалата түләүҙәрҙән тыш, яугирҙәр һөнәри һәм өҫтәмә белем алыу өсөн социаль сертификаттарға иҫәп тота ала.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров:
- Бөгөн махсус хәрби операция биләмәһендә Башҡортостан егеттәре күп. Уларҙы махсус хәрби операцияға оҙатҡан ваҡытта, һеҙ илебеҙҙе һаҡлағанда ғаиләләрегеҙ тураһында хәстәрлек күрербеҙ, тип әйткәйнем. Минең өсөн төп бурыс - уларҙы һәм ғаиләләрен ҡайғыртыу.