ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
20 Август 2018, 14:24

Ҡорбан салыу - Аллаһы Тәғәләнең әмерҙәренең береһе.

Биргән ниғмәттәре өсөн шөкөр итеп, Алла ризалығы өсөн ҡорбан салыу - сөннәт.

Ҡорбан салыу - Аллаға ғына тәғәйенләнгән ғибәҙәт төрҙәренең береһе.

Ниндәй мал һайларға?

1. Ҡорбанға йәше еткән йорт малын ғына салалар.

2. Малдың етешһеҙлеге булырға тейеш түгел.

3. Мал ҡорбан салған кешенеке, хәләл булырға тейеш. Урланған, кемдәндер талап, йә алдап алын­ғанды ҡорбан итергә ярамай.

Ҡорбан билдәле бер ваҡытта салынырға, йәғни, Зөлхизә айының унынсы көнөндә, Ҡорбан байрамы намаҙынан һуң, йәки шул уҡ айҙың ун беренсе, ун икенсе һәм ун өсөнсө көнөндә. Был көндәрҙе тәшриҡ көндәре тип йөрөтәләр.

Ғөмүмән, ҡорбанлыҡ малын Ҡорбан байрамы намаҙына тиклем һәм зөлхизә айының ун өсөнсө көнөндә ҡояш байығандан һуң салырға ярамай.


Салыр алдынан нимәләрҙе белергә кәрәк?

Бер кеше үҙе һәм ғаиләһе исеменән бер һарыҡ йә кәзә сала ала. Ете кешегә йыйылып, бер һыйырҙы үҙе һәм ғаиләһе исеменән ҡорбан итергә ярай. Ә инде һигеҙ кешегә быны эшләү тыйыла, сөнки һыйырҙың етенән бер өлөшө бер һарыҡҡа йәки кәзәгә бәрәбәр.

Салғандан һуң малдың итен өс өлөшкә бүләләр: бер өлөшөн хужаға, икенсеһе бүләк ителә, өсөнсөһө мохтаждарға саҙаҡа итеп бирелә. Ҡорбан малының итен дә, тиреһен дә, йөнөн дә һатырға рөхсәт ителмәй.

Төп талаптар:

1. Ҡорбан салған кеше бәлиғ һәм үҙ аҡылында булыуы шарт.

2. Мал Аллаһы Тәғәлә өсөн салынырға тейеш, йәғни салыр алдынан “Бисмилләһ” тип әйтеү зарур.Хайуанды быуып йәки ток менән үлтерергә ярамай. Салғанда ҡаны ағырға тейеш.

Ҡорбанға тәғәйенләнгән малды салыр алдынан алдында бысаҡ үткерләмәҫкә, уны күрһәтмәҫкә тырышырға кәрәк. Шулай уҡ уны икенсе малдың күҙ алдында салырға кәңәш ителмәй.

Алдан әйтеп үтеүебеҙсә, ҡорбан салыу – ғибәҙәт. Ул бөтә шартына килтереп
үтәлгәндә генә дөрөҫ буласаҡ һәм Аллаһы Тәғәлә тарафынан ҡабул ителәсәк.
Читайте нас: