Конгэк
-16 °С
Болотло
VKОКTelegramdzen
ЯҠЫН КЕШЕГЕҘҘЕ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
7 Апрель 2020, 18:40

Бөгөн - Бәраәт кисе

Ул ҡояш байығас инә.

Ул ҡояш байығас инә.
“Әлеге кистә, төндә Аллаһ Тәғәлә ҡояш сыҡҡансы кешелек донъяһына рәхмәтлелек менән ҡарар. “Тәүбә итеп, гонаһтарын ғәфү итеүемде үтенгәндәрҙең яңылышлыҡтарын кисерәм. Ризыҡ һорағандарға теләгәнен бирәм. Ҡайғы-хәсрәткә тарып, һаулығы юғалып яфа сиккәндәрҙең тәненә – шифа, йәненә тынғылыҡ юллайым. Әҙәм балалары, ниндәй генә теләктәре булһа ла, һораһын – барыһын да үтәйем”, – тиер. Аллаһ Тәғәләгә мөрәжәғәт итеү таңға тиклем барыр”, – тигән Пәйғәмбәребеҙ.
Шәғбан айының 14-енән 15-енә ҡарай кистә әҙәм балаларының артабанғы яҙмышы, ашар ризығы, байлыҡ йә ярлылыҡ хәле, тормоштағы дәрәжәһе билдәләнә, тиелә дини китаптарҙа. Был мосолман байрамының ғәрәпсә атамаһы – “Ләйләтүл-бәраәтт”. Беҙҙең телгә тәржемә иткәндә, “аҡланыу”, “ҡотолоу” тигән мәғәнәне бирә. Дини китаптарҙа әйтелгәнсә, кемдеңдер фани донъяла көнө бөтөүе лә ошо кистә билдәләнә. Шуға күрә был мәлдә Раббыбыҙҙан атай-әсәйебеҙгә, балаларыбыҙға, туғандарыбыҙға, яҡындарыбыҙға, үҙебеҙгә хәйерле ғүмер, бәхет һорап мөрәжәғәт итәбеҙ, ике донъя рәхәтен күреүен үтенәбеҙ. Бәраәт кисендә Аллаһ Тәғәләнән мәрхүмдәрҙең дә гонаһтарын ярлыҡауын ялбарабыҙ, ихлас күңелдән күп итеп доғалар уҡыйбыҙ. Шулай уҡ, дини китаптарҙа әйтелгәнсә, был кистә, уны ҡаршыларға әҙерләнгәндә лә изге ғәмәлдәр ҡылыу зарур. Мохтаждарға, сирлеләргә, ауыр хәлдә ҡалған кешеләргә хәйер-саҙаҡа биреү айырыуса сауаплы. Мәғлүм ки, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм мөбәрәк хәҙисендә: “Рәжәб – Аллаһ Тәғәләнеке, шәғбан – минеке, рамаҙан – өммәтемдеке”, – тигән. Ошо изге айҙарҙа яҡшылыҡтарҙы тағы ла күберәк ҡылырға, бер-беребеҙҙе ғәфү итергә, хаҡ юлдан тайпылмай барырға, гел хеҙмәттә булырға тырышһаҡ ине. Рамаҙанды лайыҡлы ҡаршыларға яҙһын.
Читайте нас: