Талпандар ҡурҡып һеҙҙе урап үтәсәк
Бөтә яңылыҡтар
Иман
27 Март 2021, 00:18

Гонаһтарҙан ҡотолоу кисе

Бәра’әт кисе быйыл 27-нән 28 март төнөнә тура килә. Үҙенең бер хәҙисендә Мөхәммәт с.ғ.с. пәйғәмбәребеҙ: «Шәғбән айының 15-се кисен ғибәҙәт менән үткәрегеҙ, — тип нәсихәт бирә, — көндөҙ ураҙа тотоғоҙ. Был кистә Аллаһы Тәғәлә, ҡояш сыҡҡансы, донъяға рәхмәт күҙе менән ҡарар һәм: «Тәүбә итеп, гонаһтарын ғәфү итеүемде һораусылар юҡмы? Булһа, гонаһтарын ғәфү итәм. Ризыҡ һорап йөрөгәндәр юҡмы? Булһа, ризыҡ бирәм. Ҡайғы-хәсрәттәргә тарып, сәләмәтлектәре юғалып, яфа сигеп ятҡандар юҡмы? Булһа, тәндәренә тынғылыҡ, ауырыуҙарына шифа бирәм. Ниндәй генә теләктәре бар — һораһындар — бөтә теләктәрен үтәйем», — тиер. Был мөрәжәғәт таңға тиклем дауам итер», — тигән. Исламға тиклем үк төрлө халыҡтарҙа был кис — Бәра’әт кисе — гонаһтарҙан арыныу, тәүбә итеү, ураҙа тотоу, мәрхүмдәрҙе хәтергә алыу менән үтә торған була. Ислам дине лә уны ҡәҙерле, изге кисәләрҙең береһе — гонаһтарҙан арыныу кисе булараҡ ҡабул итә. Шәғбан айының 14-нән 15-нә ҡарай был кистә япраҡтарына Ерҙә йәшәгәндәрҙән һәр кемдең исем-шәрифтәре яҙылған тормош ағасы тетрәнеп, япраҡтары ҡойолор ҙа, исемдәре ошо япраҡтарҙа булғандар йыл дауамында фани донъянан күсеп китер. Ә йәшәп ҡалғандарҙың яҙмышы фәрештәләр ихтыярына тапшырылыр йәки бөтә булмыштарҙың, бөтә мәхлүктәрҙең йыйыр ризығы, бәндәләрҙең байлыҡ йәки ярлылыҡ хәлдәре, тормоштағы төрлө дәрәжәләре, был донъяға тыуасаҡ һәм үләсәк бәндәләр — бөтәһе лә был кистә билдәләнеп ҡуйыла, ти. Ғәрәпсә был байрамдың исеме «Ләйләтүл-бәраәт» тип атала. Үҙебеҙсәгә тәржемә иткәндә ҡотолоу, аҡланыу мәғәнәһен бирә.

Читайте нас: