ЯҠЫНДАРЫҒЫҘҘЫ ҠОТЛАҒЫҘ!
Бөтә яңылыҡтар
Иман
13 Апрель 2021, 05:50

Рамаҙан айы - изге ай

✨???????? Рамаҙан айы – ун ике айҙың солтаны. Ай башланыу менән Ураҙа тотоу башлана. Был айҙың мәғәнәһе – яныу, сөнки ураҙа тотҡандарҙың һәм тәүбә иткәндәрҙең гонаһтары ярлыҡаныр һәм юҡ ителер. Ураҙаның асылы йылына бер ай дауамында көндөҙ ашау һәм эсеүҙән тыйылып тороу, аслыҡтың һәм һыуһыҙлыҡтың нимә икәнлеген аңлатыу, нәфсегә хужа булырға өйрәтеү. Ураҙа кешене һис тә сирләтмәҫ. Ул зәғифтәрҙе ҡеүәтләндерер, зиһенде, уйҙарҙы таҙартыр. Бер ай дауамында ашҡаҙан, уға бәйле ағзалар ял итер, сихәт-сәләмәтлеккә юл табыр. Ураҙала фәҡирҙәргә ярҙам итеү теләге лә тыуыр - ул ризыҡты киңәйтер, аҡса һәм малды арттырыр. Ураҙа тотҡандарҙа көндөҙ ҡан ағышының яйланыуы, күҙәнәктәрҙәге һыуҙың аҙайыуы һөҙөмтәһендә йөрәгебеҙ рәхәтлек кисерер. Нервылар ҙа тыныслана. Медицина тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, ураҙа тотоу ҡан әйләнеше боҙолоуға, ҡанда холестерин артыуға, ҡан баҫымы күтәрелеүгә, һимереүгә, үт ҡыуығы һәм бөйөр ауырыуҙарына ҡаршы көрәшеү сараһы булып тора. Ураҙаның кешегә йоғонтоһон тикшергән Европа ғалимы уны «бысаҡһыҙ башҡарылған операция» тип атай. Рамаҙан айында йәннәт ҡапҡалары асыҡ булыр.

✨???????? Рамаҙан айы – ун ике айҙың солтаны. Ай башланыу менән Ураҙа тотоу башлана. Был айҙың мәғәнәһе – яныу, сөнки ураҙа тотҡандарҙың һәм тәүбә иткәндәрҙең гонаһтары ярлыҡаныр һәм юҡ ителер. Ураҙаның асылы йылына бер ай дауамында көндөҙ ашау һәм эсеүҙән тыйылып тороуҙың, аслыҡтың һәм һыуһыҙлыҡтың нимә икәнлеген аңлатыу, нәфсегә хужа булырға өйрәтеү. Ураҙа кешене һис тә сирләтмәҫ. Ул зәғифтәрҙе ҡеүәтләндерер, зиһенде, уйҙарҙы таҙартыр. Аллаһы Тәғәлә кешеләргә файҙалы нәмәләрҙе әмер итер, зарарлы нәмәләрҙе ҡушмаҫ. Ураҙа менән нәфсене лә, шайтанды ла еңеп була. Бер ай дауамында ашҡаҙан, уға бәйле ағзалар ял итер, сихәт-сәләмәтлеккә юл табыр. Ураҙала фәҡирҙәргә ярҙам итеү теләге лә тыуыр. Ул ризыҡты киңәйтер, аҡса һәм малды арттырыр. Ураҙа тотҡандарҙа көндөҙ ҡан ағышының яйланыуы, күҙәнәктәрҙәге һыуҙың аҙайыуы һөҙөмтәһендә йөрәгебеҙ рәхәтлек кисерер. Нервылар ҙа тыныслана. Медицина тикшеренеүҙәре күрһәтеүенсә, ураҙа тотоу ҡан әйләнеше боҙолоуға, ҡанда холестерин артыуға, ҡан баҫымы күтәрелеүгә, һимереүгә, үт ҡыуығы һәм бөйөр ауырыуҙарына ҡаршы көрәшеү сараһы булып тора. Ураҙаның кешегә йоғонтоһон тикшергән Европа ғалимы уны «бысаҡһыҙ башҡарылған операция» тип атай. Рамаҙан айында йәннәт ҡапҡалары асыҡ булыр. Ураҙа тотоуҙан бәлиғ булмаған балалар, ураҙа тоторға хәле булмаған оло кешеләр, сирлеләр, йөклө һәм бала имеҙеүсе ҡатындар, сәфәрҙә булыусылар азат. Ураҙаны борсаҡ тиклем генә булһа ла аҙыҡ ашау, дарыу йотоу, енси яҡынлыҡ ҡылыу боҙа. Ризыҡты тәмләү, әҙәпһеҙ һүҙҙәр һөйләү, мунса инеү кәмселек килтерә. Рамаҙан айында Ҡәҙер кисе була. Унда Аллаһы Тәғәлә киләһе йылға һәр кешенең яҙмышын билдәләй, әҙәм балаһының йыл буйына алып барылған Ғәмәл дәфтәре алмашына. Мосолмандар был төндө йоҡламай, доғалар уҡып үткәрә. Ҡәҙер төнө – күк ҡабағының асылып китеүе. Уны барыһы ла күрә алмай, ул лайыҡлы, бәхетле кешеләргә генә асыла. Уны күреүселәр нимә теләй, теләктәре тормошҡа ашыр, тиҙәр. Мосолмандарҙың аят-доғаларын рәхмәт фәрештәләре таң беленгәнсе ҡабул итеп ултырыр. Айгөл Иҫәнова.
Читайте нас: